Әлеге конкурстың ҡала этабын йыл һайын Стәрлетамаҡтың эшҡыуарҙар ассоциацияһы үткәрә. Был юлы ла 20-нән ашыу еңеүсе һәм призерҙарҙы диплом һәм иҫтәлекле статуэткалар менән бүләкләнеләр. Быйыл бизнестың 18 өлкәһенә, йәғни төҙөлөш, ауыл хужалығы, сауҙа, консалтинг һәм көнкүреш хеҙмәттәре, туризм, инновация һәм яңы технологиялар, йәмәғәтселек туҡланыуы, креатив индустрия, транспорт һәм транспорт логистикаһына ҡарағандарҙың хеҙмәте билдәләнде. Ҡатнашыусыларҙы түбәндәге күрһәткестәр буйынса махсус конкурс комиссияһы баһаланы: етештереү күләме, табыш (аҡса), хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендә дөйөм стаж, хәйриәлек, продукция сифатының юғары кимәллелеге һәм талап ителеүе. Бер һүҙ менән әйткәндә, еңеүселәр ун критерий буйынса һайланып алынған. Тантаналы бүләкләү сараһында ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та ҡатнашты.
– Стәрлетамаҡ өсөн эшҡыуарлыҡ – был беҙҙең тарих, ҡалабыҙҙың сәскә атыуы, яңы эш урындары. Беҙҙең мобилизациялағы егеттәргә ярҙамығыҙ өсөн һәр берегеҙгә айырым рәхмәт әйткем килә. Кемдер шәхсән ярҙам итә, кемдер ҡала предприятиелары аша… Эшҡыуарлыҡ – бөтә булған үҙгәрештәрҙе лә тиҙ генә элеп ала һала. Кемгәлер яңы үҫеш нөктәһе булһа, кемдер үҙе өсөн яңы үҫешеү юлын таба. Ҡалай булһа ла, һеҙ – ҡалабыҙҙың иң яҡшы эшҡыуарҙары. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! – тине Рөстәм Фәрит улы сарала ҡатнашыусыларға.
Ә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Эшҡыуарҙар ассоциацияһы советы рәйесе Екатерина Фризен билдәләүенсә, ҡала кимәлендә үткән конкурста ҡатнашыусыларҙы конкурстың республика этабы көтә. Конкурсҡа декабрь айында Конгресс-холда йомғаҡ яһаласаҡ. Эшҡыуарлыҡты дәртләндереүсе саралар дауамлы булһын.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.