Ашҡаҙар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
2 Декабрь 2022, 11:14

Башҡортостанда «Медсанбат» колл-үҙәге асыла

Башҡортостанда тиҙҙән «Медсанбат» колл-үҙәге эш башларға тейеш. Операторҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға нисек һәм ҡайҙа тикшереү йәки реабилитация үтеү, Башҡортостан шифаханаларында сәләмәтлекте нығытыу кеүек һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә. 

Башҡортостанда «Медсанбат» колл-үҙәге асыла
Башҡортостанда «Медсанбат» колл-үҙәге асыла

Был хаҡта Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең баш табибы Хәлил Мостафин белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта республикала 349 кеше – стационарҙа, 999-ы амбулатор шарттарҙа дауаланған, 6 пациентҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелгән. Махсус операцияла ҡатнашҡан 20-нән ашыу яҡташыбыҙ медицина реабилитацияһы үтергә ебәрелгән,  33 яугир шифаханала ял иткән.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: