Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
14 Декабрь 2022, 11:30

“БЕР ТЕЛДӘН ДӘ ТЕЛЕМ КӘМ ТҮГЕЛ!”

Билдәле булыуынса, башҡот теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә. Фәҡәт был көн уңайынан Башҡортостанда һәм республиканан ситтә лә төрлө саралар ойошторола: онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмоб, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә, киләһе йылға гранттар иғлан ителә. Төрлө сараларҙа республиканың барлыҡ мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениелары ла ҡатнаша. Ошо уңайҙан беҙ Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Көн аҙналыҡ менән билдәләнә

– Башҡорт теле көнөн беҙ эске бер ғорурланыу хисе менән көтөп алабыҙ. Белеүемсә, Стәрлетамаҡтағы туған телдәргә ҡарата ыңғай йүнәлешле иң алдынғы уҡыу йорттарының береһе булған һеҙ эшләгән юғары уҡыу йортонда был шөһрәтле көнгә бәйле саралар йыл һайын үткәрелә, быйыл нисек ойоштороласаҡ улар?

– Башҡорт теле көнөнә ҡарата 12-17 декабрҙә башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында башҡорт теле аҙналығы үткәрелә һәм көн һайын мәртәбәле саралар ойоштороласаҡ. Аҙналыҡтың беренсе көнөндә ошо сараны асыу, Башҡорт халыҡ сәсәниәһе, фолклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева менән “Урал батыр һабаҡтары” тип аталған осрашыу үткәрелә. Икенсе көндө “Башҡорт филологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” тип аталған ғилми-тикшеренеү семинары көтөлә. Семинарҙа минең һәм фән кандидаты Радик Ғиззәтовтың “Ер эшкәртеү лексикаһы” монографияһының презентацияһы үтәсәк, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары, студенттар, магистранттар, аспиранттар ғилми докладтар менән сығыш яһаясаҡ. Ошо уҡ көндө студенттар араһында “Тиҙәйткестәр конкурсы” үткәрелә.

14 декабрь – Башҡот теле көнөндә, башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев һәйкәленә сәскәләр һалыу ҡаралған. Студенттар араһында “Һаумыһығыҙ” тип аталған флешмоб; Зәйнәб Биишева музейында Асыҡ ишектәр көнө; “Ашҡаҙар”  әҙәби-ижади түңәрәге ағзаларының (етәксеһе Рәйсә Илишева) “Ашҡаҙар” гәзите журналистары менән осрашыуы; Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә “Ҡорос. Яугир ат яҙмышы” (авторы Мөнир Ҡунафин, режиссеры Айҙар Зарипов) спектаклен ҡарау планлаштырылған.

Башҡорт теле аҙналығында “Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары контексында башҡорт һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың актуаль мәсьәләләре” тип аталған методик семинар ҙа ойоштороласаҡ. Был семинар сиктәрендә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021” Төбәк-ара конкурсы лауреаты, Стәрлетамак күп профилле профессиональ колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Тимерғәлиева, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022” төбәк-ара конкурсы лауреаты, Ҡырмыҫҡалы районының Ефремкино урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, башҡорт һәм төрки телдәр факультеты аспиранты Лилиә Юлдашбаева менән осрашыу үтәсәк. Осрашыуҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләләре, студенттарҙың үҙләштерәсәк һөнәре – уҡытыусы һөнәре буйынса һүҙ алып барыласаҡ.
Башҡорт теле аҙналығының һуңғы көнөндә уны ябыу тантанаһы үтәсәк. Башҡорт һәм төрки филология факультеты тарафынан үткәрелгән “Йәш журналистар”, “Ғилем”конкурсына йомғаҡтар яһалып, еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы уҙасаҡ. Башҡорт теле аҙналығын ойоштороуҙың инициаторы, етәксеһе башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты, доцент Рәйсә Илишева сығыш яһай. Был мөһим сараларҙа башҡорт филологияһы кафедраһында эшләгән бөтә уҡытыусылар ҙа әүҙем ҡатнашасаҡтар.

 

Бындай факультет Рәсәйҙә берәү генә!

– Һеҙ, ғалимә булараҡ та, уҡытыусы булараҡ та, уҡыу йортондағы тел өйрәнеү мөмкинлектәрен нисек баһалайһығыҙ?

– Халҡыбыҙ билдәләүенсә: “Телдәр белгән – илдәр белгән”. Ни тиклем күберәк тел белһәң, шул тиклем байыраҡ булаһың. Хәҙерге заманда телде өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр бар, тип иҫәпләйем. Ниндәй генә телде өйрәнергә теләһәң дә, башҡорт теленме, инглиз теленме, йәки испан, ҡытай, япон һ.б. телдәрҙе булһынмы, уларҙы хатта интернет аша ғына ла өйрәнеп була. Бының өсөн иң мөһиме – теләк булыу һәм үҙеңә маҡсат ҡуйыу. Шуны ла әйтергә кәрәк, телде өйрәнеү еңел түгел. Шуға күрә, ул ныҡышмалылыҡ та талап итә. Йәғни, әгәр ҙә кешенең телдәрҙе өйрәнергә теләге бар икән, ул үҙенә шундай маҡсат ҡуйған икән, ул кешелә ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ирешеүсәнлек сифаты бар икән, ул кеше, һис шикһеҙ, телде өйрәнә ала. Был башҡорт телен өйрәнеүгә лә ҡағыла.

– Факультетка теләп уҡырға киләләрме?

– Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты – уникаль факультет. Бында, башҡорт, татар, сыуаш телдәре менән бергә, инглиз һәм рус телдәре лә уҡытыла. Бындай факультет Башҡортостанда ғына түгел,  хатта Рәсәйҙә лә берҙән-бер факультет! Беҙгә уҡырға килеүсе абитуриенттар тормошта үҙ урыныңды табыу, уңышлыраҡ булыу өсөн күберәк телдәрҙе өйрәнеү кәрәклеген аңлайҙар. Шуға күрә лә беҙгә уҡырға теләп киләләр, тырышып белем алалар. Факультетта белем алыу шарттары, йылы атмосфера, студенттарға ҡарата булған хәстәрлекле мөнәсәбәт тә уларҙың уҡырға теләген, белем алыуға ынтылышын, ҡыҙыҡһыныуын арттыра.

– Уҡырға инеү шарттары ғәҙәтиме? Башҡорт телен мәктәптәрҙә факультатив кимәлдә генә өйрәнгән ҡала балаларының һеҙҙең факультет студенты булып китеүҙәренә өмөт бармы?

– Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетына уҡырға инеү шарттары, башҡа вуздарҙағы кеүек үк. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы сайтына инеп уҡырға инеү шарттары менән таныша алаһығыҙ. Беҙҙең факультетта белем биреү йүнәлешенең өс баҫҡысы ла тормошҡа ашырыла: бакалавриат, магистратура, аспирантура. Факультетҡа Башҡортостанда йәшәгәндәр генә түгел, башҡа төбәктән дә уҡырға инергә теләүселәр ҡабул ителә. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, факультетта әлеге ваҡытта Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Әзербайжан республикаларынан килгән студенттар ҙа белем ала. Улар беренсе курста телде ҡыйынлыҡ менән өйрәнә башлаһалар ҙа, һуңғы курстарҙа тейешле кимәлдә үҙләштереп, сығарылыш квалификация эштәрен башҡорт телендә яҙып, уны башҡорт телендә яҡлап, ҡулдарына диплом алып сығалар. Уларҙың күптәре магистратурала уҡыуҙарын дауам итергә теләк белдерәләр. Башҡорт телен мәктәптәрҙә факультатив кимәлдә өйрәнгән ҡала балаларының да беҙгә уҡырға инеп, сифатлы белем алып, һоҡланғыс белгес булып китеүенә лә күп миҫалдар килтерә алам. Үрҙә әйтелгәнсә, белем алырға теләк кенә булһын!

– Башҡорт телен өйрәнеү даирәһе киңәйһен, ошо йүнәлештәге хеҙмәтегеҙҙә уңыштар насип булһын.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

 

 

“БЕР ТЕЛДӘН ДӘ ТЕЛЕМ КӘМ ТҮГЕЛ!”
“БЕР ТЕЛДӘН ДӘ ТЕЛЕМ КӘМ ТҮГЕЛ!”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: