Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
21 Февраль 2023, 06:13

БӘЛӘКӘСТӘРГӘ БИТАРАФ БУЛМАУ ТИҘЕРӘК ҺАУЫҠТЫРА.

Хыялдар тормошҡа ашыуы тураһында Стәрлетамаҡ район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерҙың балалар бүлексәһендә беләләр.

БӘЛӘКӘСТӘРГӘ БИТАРАФ БУЛМАУ ТИҘЕРӘК ҺАУЫҠТЫРА.БӘЛӘКӘСТӘРГӘ БИТАРАФ БУЛМАУ ТИҘЕРӘК ҺАУЫҠТЫРА.
БӘЛӘКӘСТӘРГӘ БИТАРАФ БУЛМАУ ТИҘЕРӘК ҺАУЫҠТЫРА.

Яңы йылдан алда ғына бында дауаланған балалар өсөн "Һәр тәҙрәгә мөғжизә" исемле хәйриә акцияһы үткәйне.
Байрам тылсымы күптән бөттө, ә изге эштәр әле лә дауам итә: "Тере ер" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Геннадий Геннадьевич Кошелев балалар бүлексәһе өсөн ҡиммәтле заманса аппарат һатып алған. Хәҙер был яңыртылған тоҙ шахтаһы ҡалала иң яҡшыһы тип иҫәпләнә: галоингаляторҙарҙан айырмалы рәүештә, СОМ- 04 галогенератор ҡоро аэрозоль сығара, йәғни дауаланыу һөҙөмтәлерәк була.
Билдәле булыуынса, галотерапия туберкулез менән ауырыусыларға ғына түгел, ә йыш ауырыған балаларҙы дауаларға, хроник бронхит, аллергия һәм астматик ауырыуҙар менән ауырығандарға ла файҙалы.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас