Ветеран ойошмалары һорауҙары буйынса социаль карталар менән ҡулланыуҙы оҙайттылар һәм 600 һум ала башланылар. Өлкән йәштәге кешеләр карталарын Күп функциялы үҙәктә “Минең документтарым” сервисы аша алыштыралар. Заявка биргәндән һуң ай, ай ярым үтеүгә “Мир-Алға” карталарын алалар. Ғәҙәттәгесә, айҙың егермһенән һуң социаль юл йөрөү карталарын тултырыу пункттарына халыҡ ағыла башлай, тик уларға: “беҙ бындай карталарҙы тултырмайбыҙ, һеҙҙе “Уралсиб” банкы йәки почта бүлексәләре хеҙмәтләндерергә тейеш” тип яуап бирәләр. Ә почтала пенсионерҙарға: “Беҙҙең почта бындай карталарға аҡса ҡабул итмәй” тип кенә ебәрәләр. “Уралсиб” банкына барһа, аҡса ҡабул итәләр. Тик тыныс тормош тамам. Сөнки 70-80 йәшлек пенсионер транспортҡа ултырып билет алһа, уның картаһынан был осраҡта аҡса тотоп ҡалалар. Ә социаль йөрөү картаһынан 600 һум аҡса тотолмай һәм ай буйына ошо карта менән йөрөргә була. Тик яңы карта менән пенсионер кондукторҙан аҡсаһы тотолоп ҡалыуын белеп аптырай.
Артабан пенсионер банкҡа йәки почтаға барып, хәлде асыҡлай башлаһа, уға аҡсаһының ЕСПБ-ға(берҙәм социаль юл йөрөү билеты) түгел, ә ЕТК-ға (берҙәм транспорт картаһы) һалынғанлығын әйтәләр. Пенсионер ЕТК менән ЕСПБ айырмаһын бөтөнләй айырмай. ЕТК системаһы буйынса аҡсаны берҙәм транспорт картаһына һалһаң, ундағы аҡсаны “Алға” картаһындағы һымаҡ алалар икән. Шуға күрә аксаны (!) ЕСПБ системаһы буйынса “берҙәм социаль юл йөрөү билетына” тип һалырға кәрәк, шунда ғына пенсионер һалған 600 һумына ай буйы транспортта йөрөй аласаҡ. Яңы карталарҙың тәғәйенләнеше ике йүнәлештә булып сыға: ЕТК (берҙәм транспорт картаһы) һәм ЕСПБ (берҙәм социаль юл йөрөү билеты).
Пенсионер аҡсаһын һалғандан һуң да аптырарлыҡ хәлдәргә тарыуын дауам итә әле. Мәҫәлән: транспортка ултырып, картаһын кондукторға тотторғас та терминал чек сығармай, кондуктор “картағыҙҙа аҡса юҡ”, ти. Пассажир-пенсионер аҡса һалынған чегын да күрһәтеп ҡарай, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, терминал “һөйләшмәй”. Пенсионер хәлде асыҡлар өсөн тағы ла банкҡа йәки почтаға “саба”...
“Уралсиб”та социаль картаға аҡса тултыра торған банкомат тороуын тора ла ул, ләкин быны эшләр өсөн әбей-бабайҙарға компьютер технологияһын өйрәнер өсөн “киренән тыуырға” кәрәк буласаҡ, сөнки уларға аҡсаны һалғансы башта 9(!) операция башҡарырға кәрәк буласаҡ...
Артабан хәл тағы ла ҡатмарлаша: Транспортҡа ултырғас ЕСПБ системаһы буйынса тултырылған картаға алынған билетта “ҡулланыу ваҡыты сикһеҙ” тип яҙыла, элеккеһендә «ағымдағы йылдың 1 апреленә тиклем” ине. Ә ЕТК-Алға системаһында троллейбуста “24 һум”, автобуста “28 һум” тигән яҙыу сыға. “Ни эшләп улай?” тигәнгә кондуктор: “Был беҙҙең эш хаҡына тәьҫир итә” тип яуаплай. Ә беҙҙең “Нимә булды, ниңә пенсионерҙарға яңы мәшәҡәттәр тыуҙырып картаны алыштырырға кәрәк?!” тигән һорау һауала аҫылынып ҡала һаман да, бер кем дә быға яуап та бирмәй, аңлата ла алмай. Бер уйлаһаң, “Мастер карт Электроник” һәм “МИР” картаһы бер иш тиерлек, айырмаһы “Мастер карт” тигән урынға “Мир” тип һәм икенсе яғына “Алға” тип яҙылған. Ҡалған реквизиттары шул уҡ. Ирекһеҙҙән шундай һорау тыуа: пенсионерҙарҙың нервыларын ашап, сығырынан-сығарыу кемгә отошло икән?..
Ә бит алда баҡса миҙгеле тора. Баҡсасыларҙың күбеһе карталарын алмаштырып та өлгөрмәгән. Картағыҙҙы алыштырғас аҡса һалған саҡта “ЕСПБ” тип ишетелерлек итеп әйтегеҙ, хөрмәтле пенсионерҙар. Редакцияға, ветерандар ойошмаһына мөрәжәғәт итеүселәргә алдан әйтеп ҡуйғым килә: әлегә башҡа яуабым юҡ, киреһенсә, үҙемдең генә һорауҙар арта бара...
Тәлғәт ҒӘБИТОВ, Ҡала ветерандар советы рәйесе.