Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
5 Май 2023, 12:00

Ҡалабыҙға битараф булмайыҡ!

Үткән һандарҙа хәбәр итеүебеҙсә, 2024 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәтселек биләмәһе өсөн тауыш биреү бара. Әгәр беҙ 31 майға тиклем 56 мең тауыш йыя алһаҡ, киләһе йылда  Киров исемендәге паркты йәки Шепелюк исемендәге скверҙы төҙөкләндереү өсөн (4 этапта) федераль аҡса бүленәсәк.

Тауыш биреү ысулы бик ябай: бары тик 02.gorodsreda.ru.сайтында инергә кәрәк. 14 йәше тулған һәр кем һәм унан да өлкәнерәктәр телефон аша ла тауыш бирә ала. Әйткәндәй, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса үткән йылдарҙа Содовиктар паркын, Стәрле йылғаһы янындағы яр буйҙарын һәм Хоҙайбирҙин урамындағы аллеяны төҙөкләндерҙек һәм йәшелләндерҙек.

Ҡалабыҙға битараф булмайыҡ!
Ҡалабыҙға битараф булмайыҡ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас