- Сара сиктәрендә телдән юрист консультацияһы алырға, юридик белем менән ғариза, ялыу, үтенес ҡағыҙы һәм башҡа хоҡуҡи характерҙағы документтар яҙырға мөмкин буласаҡ. Гражданлыҡ-хоҡуҡи характерҙағы мәсьәләләргә ҡағылышлы ярҙам һорап эшҡыуарҙар ғына түгел, граждандар ҙа мөрәжәғәт итә ала, - тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһының МФЦ директоры Наталья Куприянова.
Ағымдағы йылда Стәрлетамаҡ, Учалы һәм Туймазы, Нефтекама һәм Яңауыл ҡалаларында 18 сара уҙғарылған, 70-ләп кеше консультация алған.
Юрист консультацияһы Стәрлетамаҡта Хоҙайбирҙин урамы, 83 адресы буйынса урынлашҡан МФЦ-ла сәғәт 13:00-дән 15:00-гә тиклем уҙғарыла.
Р.УСМАНОВА