Ашҡаҙар
+16 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
30 Май 2023, 12:15

Хакимиәт башлығы грантына конкурс

29 майҙан социаль мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡала хакимиәте башлығы гранттарына заявкалар ҡабул ителә башланы. Бында социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмалар һәм территориаль йәмәғәтселек үҙидаралыҡтары ҡатнаша.

Конкурста “Стәрлетамаҡ – әүҙем ҡала” номинацияһында биш урын, “Ватансылыҡ” номинацияһында – өс урын, “Ҡаланы бергәләп матурлайыҡ”та ике урын билдәләнә. Тәүге ике номинацияла  250-шәр мең һум аҡса бирелһә, “Ҡаланы бергәләп матурлайыҡ” номинацияһында еңеүселәр 300 000 һумға эйә була. Быйыл гранттарҙың дөйөм суммаһы 2,5 миллион һум тәшкил итәсәк.

Конкурска заявкалар ҡала хакимиәтенең йәмәғәтселек институттары менән бәйләнеш бүлегендә (Октябрь проспекты, 32-се йорт, 228-се бүлмә) иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә: 24-16-69, 8-917-789-65-70 телефондары буйынса белешмә алырға була. Һорауҙарҙы  [email protected] электрон адресына ла йүнәлтергә мөмкин.

Йәмәғәтселек институттары менән бәйләнеш бүлеге.

Хакимиәт башлығы грантына конкурс
Хакимиәт башлығы грантына конкурс
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: