Мәҫәлән, “Эшҡыуарлыҡ аҙналығы” сиктәрендә “Яңы заманға – көслө идеялар” тигән форумға идеялар тәҡдим итеү буйынса “Минең бизнес” үҙәгендә форсайт-сессия үтте. Сарала эшҡыуарҙарҙан тыш, төрлө учреждениеларҙың һәм ойошмаларҙың етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, студенттар ҡатнашты. Форсайт-сессияла ҡатнашыусыларҙы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы агентлығы директоры Вадим Үтәшев, эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестициялар буйынса ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Әсәҙуллин ихлас сәләмләне. Ә бына онлайн-форматта килеп ҡушылған БР-ҙың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министр урынбаҫары Алиса Ғибаҙуллина менән Мәскәүҙән форум эксперты Раиса Малышеваларҙың кәңәштәре айырыуса фәһемле булды. Алиса Ғибаҙуллина үҙ сығышында матди яҡҡа баҫым яһаһа, Раиса Малышева идея тәҡдим итеүселәрҙе проекттың биҙәлешенә иғтибар итергә саҡырҙы.
Форсайт-сессия эше ике йүнәлештә барҙы һәм ҡайһы төркөмгә инеүҙе сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре хәл итте. Төркөмдәрҙе сертификаттары булған форсайт-технологиялар модераторҙары Марина Григорьева менән Наилә Шәмсетдинова етәкләне. Идеяларҙы уйлап табыу ысулдарын үҙләштергән ҡатнашыусылар әүҙемлек күрһәтте. Ни тиһәң дә, проекттарҙы яҡлай алғандарҙың кеҫәһенә 5 миллион һум да, 1 миллион һум да инеп ятыуы ихтимал.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Динара ИСХАҠОВА фотоһы.