

Ағиҙел йылғаһы аша үткән күперҙә ун көндән ашыу ремонт эштәре барҙы, автомобилдәр тығындары ла булып торҙо. Бөгөндән башлап унда ремонт тамамланды.
13 июнь киске сәғәттәрҙә реверсив светофорҙар буйынса хәрәкәт итеү сикләүҙәре алып ташланды. Хәҙер ике яҡҡа ла элеккесә хәрәкәт асыҡ, шулай ҙа 10 тонанан ашыу йөк йөрөтөүсе автомобилдәргә сикләүҙәр һаҡлана, уларға күпер аша йөрөү тыйыла.