Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Белмәй ҡалмағыҙ
9 Июля 2023, 04:00

Үҙ асылын юғалтмаған хеҙмәт

Ауылда элек гәзит-журналдарҙы бихисап алдыралар ине, шуға почта хеҙмәткәрҙәре йыш килер-күренер кеше булды. Ә инде республика матбуғатында бер-ике шиғыр баҫылғас, почтальондарҙың ҡәҙерле кешемә әүерелеүе һаман да иҫтә. Әле лә хат ташыусылар пенсияларын көткәндәр, ғәзиздәренән хәбәр көтөүселәр, гәзит алдырыусылар өсөн яҡын кешеләр. Ҡалабыҙҙың 3-сө почта бүлексәһендә эшләгән ҡыҙҙар ҙа шундай баһаға эйә!

Бында “Киләсәк почтаһы” проекты сиктәрендә бынамын тигән ремонт үткәрелгән, заманса йыһазландырған бинала үҙеңде кинолағы һымаҡ тояһың. Ә ҡыҙҙарҙың ипле итеп һөйләшеүҙәре, кеше менән кешеләрсә мөнәсәбәттә булыуҙары барлыҡ йыһаз матурлығанан да пак! Бүлексәне 2008 йылдан бирле Светлана Владимировна Седова етәкләй. Бөгөн һүҙебеҙ почтальон Наталья ТЕЛЕГИНА хаҡында.

– 2018 йылдан алып ауыр сумкаһын иңенә аҫып, яҡын-тирәлеге бер нисә урамға хат ташыусы Наталья Александровна – беҙҙең коллективтың иң алдынғы хеҙмәткәрҙәренең береһе. Йәштәргә остаз булараҡ ярҙам итә. Һәр кем менән уртаҡ тел таба, уның хаҡында гел яҡшы һүҙҙәр генә ишетәбеҙ, ҡала, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, беҙҙең бүлексәне  республиканан ситтә лә таныта, –  ти  уның тураһында бүлексә етәксеһе.

Хеҙмәткәр менән яҡындан танышҡас, уның почтаға килгәнсе байтаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләүе мәғлүм булды. “Оператор булып күскегеҙ килмәйме?” тигән һорауыма ул: “Мин бүлмәлә ултырып эшләргә яратмайым, эшем шул тиклем оҡшай, бына әле лә, отпускыла булыуыма ҡарамаҫтан, өйҙә сыҙаманым, ҡыҙҙарҙы күрергә килеп етә һалдым”, – ти. Халыҡ араһында эшләүе ауыр ҙа, ҡыҙыҡ та, мөһим дә шул. Уңыштар, байрамығыҙ менән, Наталья Александровна, беҙҙең менән гәзит уҡыусы араһын тоташтырыусы коллегалар!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Рәмил МАНСУРОВ фотоһы.

Үҙ асылын юғалтмаған хеҙмәт
Үҙ асылын юғалтмаған хеҙмәт
Автор:Римма Галимова
Читайте нас