Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Белмәй ҡалмағыҙ
10 Июль 2023, 13:15

«КУПЕЦ 2.0»: элекке яҡшы ваҡыттарҙағы һымаҡ!

Стәрлетамаҡта 19 июлдә ҡунаҡсыллыҡ фестивале «Купец 2.0» үтәсәк.

Уның исеме лә, тематикаһы ла осраҡлы һайланмаған. Әгәр ҙә беҙ ҡалабыҙ тарихына әйләнеп ҡайтһаҡ, беҙ уның фәҡәт сауҙагәр ҡалаһы булараҡ сәскә атыуын беләбеҙ. Ә сауҙагәрҙәр халыҡтың мөһим өлөшөн генә тәшкил итмәгән, ә Стәрлетамаҡ үҫешендә әһәмиәтле төп көс тә булған. Ә 19 быуат башында тоҙ пристаны булараҡ нигеҙләнгән ҡала сауҙа үҙәге була ла инде.1974 йылда губерна ерҙәрен үлсәүсе Тимофей Афанасьев Стәрлетамаҡтың  план-схемаһын төҙөгән, ошонан сығып, беҙ Стәрлетамаҡта 119 ир затынан булған сауҙагәрҙең йәшәгәнен беләбеҙ. Ә ул ваҡытта ҡала халҡы нибары 500-ҙән ашыу булған. Өфө губернаһының яртыһынан күберәк сауҙагәре Стәрлетамаҡҡа килеп төпләнгән булған. Улар Иҙел буйы, Ырымбур губернаһы, Себер һәм Азия илдәре менән бергәләшеп һатыу иткәндәр. Ҡалабыҙҙа йыл һайын  2 тапҡыр ҙур йәрминкә ойошторолған: февраль һәм октябрь айҙарында. Шул замандарҙа уҡ бөтә тирә-яҡтан халыҡты  кәрәкле тауар менән генә тәьмин итеп ҡалмаған улар, ә  ысын мәғәнәһендә мәҙәни тормоштоң үҙәге булып та торғандар. Беҙҙең «Купец 23.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале ҡалабыҙҙың данлыҡлы йолаларының дауамы ул, шул уҡ ваҡытта эшлекле ҡала халҡына ихтирам өлгөһө лә ул! Ә тиҙҙән беҙ замана сауҙагәрҙәре менән осрашасаҡбыҙ. Был фестиваль «БСК! акционерҙар йәмғиәте ярҙамында үткәрелә.

Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса.

«КУПЕЦ 2.0»: элекке яҡшы ваҡыттарҙағы һымаҡ!
«КУПЕЦ 2.0»: элекке яҡшы ваҡыттарҙағы һымаҡ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас