А.Доставалов исемендәге ирекле батальонда булып, һәләҡ булған һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән яҡташыбыҙ Валентин Волочаевтың ҡатыны Янина Волочаева экспозицияның нисек һәм ни өсөн барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләҡ булыусыларҙың ғаиләләре исеменән башланғыстарын хуплап тороусы хакимиәт вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе. Бынан тыш, ул үҙенең балалары эшләгән мультфильмды тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусыларға Хәтер китабы менән танышырға һәм теләгән бер кешегә алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға хат яҙырға мөмкин булды. Үҙҙәренең яҡындарын ҡайтарып булма һа ла, махсус хәрби операцияла һәләҡ булған ғәзиздәре һәм уларҙың батырлығы тураһында һөйләргә һәр кемдең ҡулынан килерлек.
– Беҙҙең геройҙар тураһындағы иҫтәлектәр йәшәгәндә, беҙ берләшеп, артабан йәшәргә көс табасаҡбыҙ, - тиҙәр яҡындарын юғалтыусыларҙың һәр ҡайһыһы әсе күҙ йәштәренә төйөлөп. Уларҙы тыныс ҡына тыңлауы ла ауыр хатта. Бындай маҡсатты күргәҙмәне ойоштороусылар ҙа алдарына ҡуйған бит. Картиналар галереяһында “Геройҙар аллеяһы” һәм “Донбасс геройҙары” күргәҙмәләре 19 июлгә тиклем дауам итәсәк. Һәр фотография артында – беҙҙең тыныслыҡ өсөн йәшләй генә өҙөлгән ғүмер яҙмыштары…
Римма ҒӘЛИМОВА.
Динара Исхаҡова фотоһы.