Килем кимәле пособие күләменә йоғонто яһай. Төбәктәге балаларҙың йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын алырға мөмкин. Ул 12 271 һум тәшкил итә. Уның күләме - бер балаға 6 - 13 мең һум самаһы:
→ 50 % — түләүҙең база күләме
→ 75 % — әгәр түләүҙең база күләме ғаиләнең йән башына уртаса килемен йәшәү минимумына тиклем еткерергә ярҙам итмәгән осраҡта тәғәйенләнә
→ ошо уҡ принцип буйынса төбәк йәшәү минимумының 100 проценты билдәләнә
Берҙәм пособиены Социаль фонд тәғәйенләй. Түләүгә ғаризаны йыл һайын бирергә кәрәк.
Пособиены түбәндәге ысулдар менән юллау уңайлыраҡ:
→ Дәүләт хеҙмәттәре аша https://vk.cc/ckbeIx
Шулай уҡ:
→ йәшәү урыны буйынса Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтендә https://vk.cc/cleqKt
→ Күп функциялы үҙәк офисында https://vk.cc/ckQ0w0
Күберәк мәғлүмәт - чат-ботта: https://vk.cc/cpJGxT
Өҫтәмә һорауҙар менән 8 (800) 1-00000-1 телефоны буйынса йәки Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт итергә мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан