Ашҡаҙар
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
12 Август , 15:11

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар шифаханаға ташламалы юлламаны үҙҙәренең туғандары менән бүлешә ала

Башҡортостан Хөкүмәте махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең шифаханаларға юлламаларҙы туғандары менән бүлешеү хоҡуғын раҫланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем шифахана-курорт дауаланыуына ташлама менән яугир үҙе генә файҙалана ала ине.

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар шифаханаға ташламалы юлламаны үҙҙәренең туғандары менән бүлешә ала
Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар шифаханаға ташламалы юлламаны үҙҙәренең туғандары менән бүлешә ала

Ташламаның шарттары нисек үҙгәрҙе һуң?

Хәҙер Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кеше дауаланыу осорон туғандары менән тигеҙ өлөшкә бүлә йәки яҡын туғандарының береһенә - ҡатынына (иренә) йәки ата-әсәһенә (уллыҡҡа алыусыларға) шифаханала дауаланыу хоҡуғын тулыһынса тапшыра ала.

Дауаланыу ваҡыты - 14 көн. Ташлама менән бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкин. Ваҡытты ҡатынығыҙ йәки ата-әсәгеҙҙең береһе менән 7-шәр көн итеп бүлергә мөмкин. Йәки туғандарының береһенә 14 көндө лә бирә ала.

Шулай уҡ юлламаны туған тейешле ике кешегә тапшырыу варианты ла бар. Ул саҡта һәр кем 7-шәр көн ял итә.

Яугир, шифахананы һайлап, үҙ аллы путевкаға заказ бирергә тейеш. Бының өсөн паспорт (йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ), СНИЛС, ИНН, махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында белешмә, һаулыҡ торошо тураһында медицина белешмәһе һәм шифахана-курорт картаһы кәрәк буласаҡ.

Түбәндә иһә дауаланыу хоҡуғын туғандарына биргән осраҡта өҫтәргә кәрәк буласаҡ документтар исемлеге: - никах йәки тыуыу тураһында таныҡлыҡ, хоҡуғыңды икенсе кешегә тапшырыу тураһында ғариза.

Һәләк булғандарҙың ғаиләләренең хоҡуҡтары тураһында. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәләк булған осраҡта уның туғандары - бер кеше 14 көн йәки икәү 7-шәр көн шифаханала дауалана ала.

Ентеклерәк - Башҡортостан Хөкүмәтенең 2023 йылдың 7 авгусындағы 477-се ҡарарында: https://vk.cc/cq7soE

Өҫтәмә һорауҙарға Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында яуап алырға мөмкин: 8 (347) 218-02-11, 218-01-28.

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн ярҙам саралары - махсус чат-ботта: https://vk.cc/cpMRvx

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар шифаханаға ташламалы юлламаны үҙҙәренең туғандары менән бүлешә ала
Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттар шифаханаға ташламалы юлламаны үҙҙәренең туғандары менән бүлешә ала
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас в