Ашҡаҙар
+10 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
31 Август 2023, 19:25

2023 йылдың 1 сентябренән ветеринария тураһындағы законда хайуандарҙы маркировкалау һәм иҫәпкә алыу тәртибенә ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инәсәк

Хужалар малды үҙ иҫәбенә маркировкалай. Иҫәпкә алыу Ветеринария өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһына маркировкаланған хайуан тураһында мәғлүмәт биреү юлы менән башҡарыла.

2023 йылдың 1 сентябренән ветеринария тураһындағы законда хайуандарҙы маркировкалау һәм иҫәпкә алыу тәртибенә ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инәсәк
2023 йылдың 1 сентябренән ветеринария тураһындағы законда хайуандарҙы маркировкалау һәм иҫәпкә алыу тәртибенә ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инәсәк

Шул уҡ ваҡытта, маркировкалау 2024 йылдың 1 мартынан һуң ғына мотлаҡ буласаҡ. Ошо ваҡытҡа Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығында маркировкаланырға һәм иҫәпкә алынырға тейешле хайуандарҙың яңы исемлеге раҫланасаҡ.

Шулай уҡ зоосанитария статусы һәм уны билдәләүҙең ветеринария ҡағиҙәләре тураһында статьялар индерелә. Улар хайуандар тәрбиәләү, ҡарау һәм һуйыу, шулай уҡ контролгә алынған тауарҙарҙы етештереү, эшкәртеү һәм һаҡлау буйынса эшмәкәрлек алып барылған ер участкаларына, биналарға, ҡоролмаларға ҡағыла.

Яңылыҡтарҙың төп маҡсаты - малсылыҡтың һәм эшкәртеү сәнәғәтенең биологик именлеген арттырыу, һөҙөмтә булараҡ, ҡулланыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.

Тулыраҡ - 2022 йылдың 28 июнендәге «Ветеринария тураһында»ғы Рәсәй Федерацияһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 221-се федераль законда: https://vk.cc/cqyfdc

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

2023 йылдың 1 сентябренән ветеринария тураһындағы законда хайуандарҙы маркировкалау һәм иҫәпкә алыу тәртибенә ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инәсәк
2023 йылдың 1 сентябренән ветеринария тураһындағы законда хайуандарҙы маркировкалау һәм иҫәпкә алыу тәртибенә ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инәсәк
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: