Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
5 Сентябрь 2023, 16:20

Илһөйәрлек тойғоһо йырҙарҙа сағыла

16 сентябрҙә Өфөнөң «Арт-Квадрат» үҙәгендә «Хәрби бейеклек»  VIII республика автор-патриотик  йыр фестивале уҙасаҡ. Был киң даирәле проектта Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы төбәктәренең автор-йырсылары, солистары һәм музыкаль төркөмдәр ҡатнашасаҡ.

 Ә «Мәғәнәле тауыштар» («Смысловые галлюцинации») төркөмө лидеры Сергей Бобунец – фестивалдең махсус ҡунағы булараҡ килә.   Йәш быуында Ватанға мөхәббәт уятыу , хәрби бурысҡа һәм хәрби антҡа тоғролоҡ тәрбиәләү, шулай уҡ Ватан геройҙарын халыҡ күңелендә һаҡлау – проекттың маҡсаты булып тора.Сара 16-00 сәғәттә, ә концерт 19-00 сәғәттә башлана.

Фото: Башинформдан алынды.

 

Илһөйәрлек тойғоһо йырҙарҙа сағыла
Илһөйәрлек тойғоһо йырҙарҙа сағыла
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: