Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
26 Октябрь 2023, 12:00

Биш яҡлы килешеү төҙөлдө

Кисә Стәрлетамаҡта донъяуи кимәлдәге  Евразия фәнни-белем биреү үҙәге  универсарий алды булдырыу тураһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Башҡорт дәүләт медицина университеты, 1-се мәктәп, медицина колледжы һәм 1-се ҡала клиник дауаханаһы араһында биш яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

       Был иң мөһим мәсьәләне – медицина кадрҙарына ҡытлыҡты хәл итеү юлында -  иң етди аҙым булып тора. Бар звеноларҙа ла – мәктәптә, колледжда, юғары уҡыу йортонда, дауаханала күсәғилешлелек һәм үҙ-ара бәйләнеш тәьмин ителә.  Балаларға  сифатлы әҙерлек һәм медицина буйынса урта һәм юғары һөнәри белем алыу өсөн айырым база булып тора был күренеш. Ҡаланың 1-се мәктәбендә 25 йылдан ашыу профилле медико- биологик кластар эшләп килә. Мәҫәлән быйыл был мәктәптең 15 уҡыусыһы  Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеп, студенттар булып киттеләр. Университет өсөн универсарий алды  - потенциаль студенттарҙы мәктәп эскәмйәһенән үк үҫтереү ул. Ҡалабыҙҙың 1-се  клиник дауаханаһы өсөн  белемле кадрҙар ҡытлығын бөтөрөүгә ышаныс арттыра  әлеге килешеү.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Тамара АНДРЕЕВА фотоһы.

Биш яҡлы килешеү төҙөлдө
Биш яҡлы килешеү төҙөлдө
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: