Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
9 Ноябрь 2023, 15:40

ҠАЙҺЫ ТАРМАҠТА БИЗНЕС АҠҺАЙ?

Хакимиәт башлығы урынбаҫары Артур ӘСӘҘУЛЛИН менән матбуғат кәңәшмәһе үтте. Ул эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа тармағын, шулай уҡ инвестиция сәйәсәтен алып бара. Стәрлетамаҡта күпме эшҡыуар бар? Улар ҡайҙа һәм ниндәй ярҙам ала ала? Тышҡы рекламаға ниндәй талаптар ҡуйыла? Ҡалала  уникаль бизнес бармы? Бизнестың ниндәй тармаҡтары тулы? Ниндәй йүнәлештәрҙә, киреһенсә, етешмәй. Ошо һәм башҡа һорауҙарҙы ҡала гәзиттәре,  “CityOpen” порталы, “UTV” телеканалы и һәм блогер-эшҡыуарҙар Ксения Алексеева менән Олег Егоров бирҙе. Сараны ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте начальнигы Ольга Туриянова алып барҙы.

Реклама матур һәм бер тәртиптә булырға тейеш!

Яңыраҡ “Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы” сиктәрендә “Минең бизнес” үҙәгендә аҙ форматлы сауҙа һәм тышҡы реклама баҙары хаҡында һүҙ барғайны. Ул саҡта Артур Илдар улы ҡаланың тышҡы йөҙөн матур булмаған реклама конструкциялары һәм алтаҡталар боҙа, тип билдәләгәйне. Был юлы ул ошо хаҡта ентекләберәк һөйләне.

– Ҡалабыҙҙа мәғлүмәт конструкцияларын урынлаштырыу буйынса берҙәм концепция раҫланды. Ҡаланы төҙөкләндереү буйынса реклама конструкцияларына, алтаҡталарға һәм башҡаларға талаптар йәһәтенән элекке ҡарарға бер аҙ үҙгәрештәр индерҙек. Алтаҡталарҙы алмаштырыу, билдә проекттарын эшкәртеү һәм уларға  рөхсәт алыу, етештереү – барыһы ла эшҡыуарҙар иҫәбенә үткәрелә. Әлеге ваҡытта ҡалала бер генә шундай шартына килгән йорт бар,  ул да булһа – Машина  эшләүселәр урамында, бында бөтә алтаҡталар ҙа килешеп эшләнгән, – тип һөйләп үтте Артур Илдар улы. Шулай уҡ реклама щиттарын алып ташлау буйынса эш алып барыла. Уларҙы видеоэкрандар алмаштырасаҡ.

 

Үҙмәшғүлдәр өс тапҡырға артҡан

Башҡа өлкәгә ҡағылғанда, әле Стәрлетамаҡта кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың 7685 субъекты теркәлгән. Шулай уҡ,  йәмғиәттең  социаль мөһим ихтыяжын хәл итеүсе 22 социаль предприятие бар. Үҙмәшғүллек менән шөғөлләнеүсе граждандар 12,5 мең тәшкил итә. Уларҙың һаны артҡандан-арта бара. Һуңғы өс йылда ул өс тапҡыр артҡан. Был үҙ шөғөлдәре булғандарға  һалымдар буйынса ташламалы шарттар һәм теркәлеү ябайлығы менән аңлатыла.

– “Минең һалым” тигән ҡушымта аша ябай документтар пакетын ебәреү ҙә етә, система һалым һымаҡ түләргә кәрәкле процентты үҙе иҫәпләп сығара. Физик шәхестәрҙән – 4 процент, юридик шәхестәтәрҙән һәм индивидуаль эшҡыуарҙарҙан – 6 процент алына. Бынан тыш, 2020 йылдан бирле  маркетплейстар әүҙем үҫешә һәм үҙ шөғөлдәре булғандарҙың һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Йылына билдәле селтәрҙәрҙең, заказ таратыу пункттарының, интернет-магазиндарҙың 100 объекты тиерлек барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта  бындай объекттарҙың һаны 203-кә етте, – тип бәйән итте был йәһәттән бизнес-шериф.

 

Оҫталар ҙа ҡалышмай

Эшҡыуарлыҡтың иң үҫешкән тармағы булып сауҙа, сәнәғәт, төҙөлөш, хеҙмәт күрһәтеү, бигерәк тә бьюти-сфера тора. Артур Илдар улы билдәләүенсә, электро яғыулыҡ станциялары  селтәре лә етешмәй. Был ҡалала электромобилдәрҙең әллә ни күп булмауына бәйле. Каршеринг та юҡ, мәктәпкәсә шәхси белем биреү һәм яңғыҙаҡтарҙы ҡарау буйынса ла ҡалышабыҙ әле. Шул уҡ ваҡытта бизнестың уникаль төрө тип хакимиәт башлығы урынбаҫары сауҙәғәрҙәр эшмәкәрлеген атаны.

– Беҙҙең Стәрлетамаҡта бик күп сауҙагәрҙәр бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡала һәм республика халҡын ғына үҙҙәренең әйберҙәре менә  хайран итмәй. “Купец 2.0” фестивале сиктәрендә быйыл “Туристик сувенир” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы ла үтте, унда 135 оҫта ҡатнашты. Шулар араһынан  Стәрлетамаҡтың 17 оҫтаһы Йошкар-Олала үткәрелгән финалға  сыҡты. Мин уларҙы ҡалабыҙҙың визит карточкаһы булған уникаль кешеләр иҫәбенә индерәм. Улар ғәжәйеп әйберҙәр, ризыҡтар эшләй, – тине Артур Әсәҙуллин.

 

Ярҙам итергә әҙерҙәр!

Эшҡыуарҙар өсөн федераль,  республика һәм ҡала кимәлендә төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен өйҙән сыҡмайынса ла алырға була.  Мәҫәлән, бының өсөн бары тик https://investrb.ru/ru/ инвестпорталына мөрәжәғәт итергә генә кәрәк. Сайтта республикала  булған  бөтә ярҙам саралары ла күрһәтелгән. Шулай уҡ ярҙам саралары араһында төрлө гранттар, субсидиялар, займдар, кредиттар һәм башҡалар бар. Был хаҡта ентекләберәк  “Минең бизнес” үҙәге филиалында, коворкинг-үҙәгендә белергә була. Муниципаль кимәлдә  урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам күрһәтеү программалары эшләй. Документтарҙы ҡабул итеү тамамланды тиергә лә була.  Был программа буйынса республиканан финанслау һуңғы йылдарҙа кәмене. Әлеге ваҡыттата финанслауҙы арттырыу юлдары эҙләнелә. Һорауҙарҙан тыш, хакимиәт башлығы урынбаҫарына тәҡдимдәр ҙә еткерелде.  Мәҫәлән, Олег Егоров, мәктәптәрҙә  эшҡыуарлыҡ өлкәһе буйынса осрашыуҙар үткәреү зарурлығын әйтеп уҙҙы. Был йәһәттән уңышлы эшҡыуарҙар менән осрашырға һәм финанс белемлеге дәрестәрен ойошторорға була. Сара һуңында Артур Әсәҙуллин бизнес өлкәһендә әүҙем булғандарға рәхмәт әйтте.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән алынды.

ҠАЙҺЫ ТАРМАҠТА БИЗНЕС АҠҺАЙ?
ҠАЙҺЫ ТАРМАҠТА БИЗНЕС АҠҺАЙ?
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: