Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
22 Ноябрь 2023, 14:00

ИҢ ШӘП ҠЫҘҘАР БЕҘҘӘ БИТ УЛ!

Стәрлетамаҡта “Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2023” конкурсы уҙҙы ...Ҡалабыҙҙың “Сода” мәҙәниәт һарайында алма төшөрлөк тә урын ҡалмағайны. Сөнки бында 20 конкурсанттың һәр береһе кәм тигәндә 20 көйәрмән килтергән тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Был юлы Стәрлетамаҡ предприятиелары һәм ойошмалары эшсе йәштәре араһында йыл һайын үткәрелеп килгән “Эшсе Ҡатын-ҡыҙ” һөнәри оҫталыҡ конкурсының финалы уҙҙы. Конкурсты ойоштороусылар – ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге, Стәрлетамаҡ профсоюз ойошмаларының территориаль берләшмәһенең Координация советы, бренд-продюсер Вера Ротова. Быйыл сара Башҡортостан Республикаһында профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды. Сарала ҡатнашыусыларҙы Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Ғафаров, Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко һәм БР Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова сәләмләне.

Конкурс сиктәрендә ҡыҙҙар визит карточкаһын әҙерләне һәм ижади номер менән таныштырҙы, Улар бейеү, вокаль номерҙары һәм театрлаштырылған тамаша аша үҙҙәренең һөнәре һәм булмышы хаҡында тамашасыға ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Тамашасыларға “Урал” эпосынан өҙөк тыңларға ла, башҡорт халыҡ бейеүен ҡарап дәртләнергә лә, һинд моңдарына бейегәндәрҙе ҡарап бер аҙ моңайырға ла насип булды. Ә акробатик сығышты ҡарағанда үҙебеҙҙе хас та цирк манежында һис иттек... Таланттың даирәһе сикһеҙ булыуына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ!

 Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһынан үткән йылда ла матур сығыш булғайны. Быйылғыһы иһә тағы ла сифатлыраҡ булды, минеңсә. Алеся Шибаеваға “Афарин” тиергә генә ҡала.  Тормош беҙҙе ҡайһы саҡ уйламаған ерҙән 180 градусҡа борорға ла мөмкин.  Быныһы инде  Махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгенән килгән Марина Матвееваға ҡағыла.

– Минең йыр-бейеүгә һәләтем юҡ, ләкин мин ирекмәнмен, ҡулымдан килгәнсә, ярҙам итергә тырышам, – тине Марина. Балалар баҡсаһынан, белем усаҡтарҙан килгәндәрҙең сығыштары ла һоҡланғыс булды. Бер ойошманы ла айырып, теге сығыш байыраҡ, быныһы яҡшыраҡ тип әйтеп тә булмай. Бар сығыштар ҙа, әҙерлек тә юғары кимәлдә булды. Бының өсөн ойоштороусыларға  ҡалабыҙҙың эшсе-ҡатын-ҡыҙҙары йөҙөндә күңел байрамы ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт!

– Конкурс нигеҙендә ҡалабыҙҙа төрлө яҡлы һәләткә бай, Стәрлетамаҡты яратҡан хеҙмәт кешеләре – ҡатын-ҡыҙҙар йәшәүен әйтергә теләнек һәм, миңә ҡалһа был килеп сыҡты – бөгөн сәхнәлә улар профессионалдар кимәлендә сығыш яһай. Беҙҙә хеҙмәт кешеһенә һәр саҡ иғтибар булды һәм буласаҡ! – тип билдәләне үҙенең сығышында Артур Рәзил улы ла.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжының педагог-ойоштороусыһы Регина Нуриева конкурс партнерынан Гран-при һәм төп призға лайыҡ булды. Шулай уҡ Регина интернет-тауыш биреүҙә лә еңеп сыҡҡан ине. Уның көйәрмәндәре араһында хатта һинд егете менән был егеттең әсәһе лә килгәйне.

 Беренсе урынды 3-сө балалар музыка мәктәбенең эстрада вокалы педагогы Эльмира Хөсәйенова яуланы. Икенсе урынға Башҡорт сода компанияһы аппаратсыһы Елена Абрамова лайыҡ булды, Ә өсөнсө урынға Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре Регина Санчаева сыҡты.

Номинациялар түбәндәгесә бүленде: “Мисс масштаб ваҡиғаһы” – Алеся Шибаева, “Һөнәргә Тоғролоҡ” – Светлана Пестряева. “Тимер эшсеһе” – Светлана Каткова, “Предприятие ғорурлығы” – Лиана Васильева, “Мисс ижади шәхес” – Полина Стрижкова, “Предприятиеның Мисс илһам сығанағы” – Алена Усова, “Беҙҙең заман геройы” – Марина Матвеева, “Предприятиеның ышаныслы һылыуҡайы” – Светлана Абдулова, “Мисс хәрәкәт-тормош” – Регина Бакирова, “Мисс әүҙемлек” – Рүзилә Шәмсетдинова, “Мисс традицияларҙы һаҡлаусы” – Резеда Юскаева, “Мисс ваҡыт менән бергә” Евгения Кулькова,  “Предприятиеның мисс аҡыллылығы” – Евгения Власенко, “Мисс һөйкөмлө йылмайыу” – Алина Ғүмәрова, “Мисс рәхмәт” – Аделина Булатова, “Үҙ предприятиеһында “Иң яҡшы һылыуҡай” – Альбина Кәримова.

 Бөтә ҡатнашыусыларға ла конкурс партнерҙарынан, шулай уҡ профсоюз ойошмаларынан приздар тапшырылды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге сайтынан алынды.

Һүҙ – ойоштороусыларға һәм тамашасыларға:

Таһир ҒӘЙЕТҠОЛОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы профсоюз ойошмаларының Территориаль берекмәһе рәйесе:

– Был сара йылдан-йыл яҡшыраҡ үтә. Сөнки ҡала предприятиелары, ойошмалары етәкселәре конкурска бик етди ҡарай. Ә ойоштороусылар конкурс шарттарын төрләндерә белә. Быйылғы конкурс үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ кимәлдә булды.

Анастасия ФИЛИППОВА, Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжының иҡтисад уҡытыусыһы:

Бөгөн беҙ бында көйөрмәндәр булараҡ килдек. Өҫтәмә белем биреү педагогы Регина Альберт ҡыҙы Нуриева өсөн “янып-көйҙөк”. Сығыштар бик көслө, ойоштороу кимәле лә юғары. Ҡыҙҙар, әйтерһең дә, көндәлек тормошта ҡайҙалыр үҙ хеҙмәте менән мөшғүл түгел, ә сәхнә йондоҙҙары булараҡ сығыш яһап ҡына йөрөйҙәр тиерһең! Афарин, ҡыҙҙар!

 

ИҢ ШӘП ҠЫҘҘАР БЕҘҘӘ БИТ УЛ!
ИҢ ШӘП ҠЫҘҘАР БЕҘҘӘ БИТ УЛ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: