«Рәсәй» Халыҡ-ара күргәҙмә-форумында республиканың ауыл хужалығы аҙналығы сиктәрендә Башҡортостан стенды урынлаштырылды. Унда «Башҡорт балы» компанияһы үҙ продукцияһын тәҡдим иткән ине, һәм 40 килограмға яҡын башҡорт балын Халыҡ-ара йыһан станцияһына тапшырыу ҡарар ителгән.
Иң тәмле һәм файҙалы балды «Башҡорт балы» компанияһы йыһангирҙарға махсус туҡланыу етештереүсеһе Бирюлевск Туҡланыу продукцияһы концентранттары тәжрибәләре заводына тапшырған. Роскосмос йыһангиры, Рәсәй Геройы, Башҡортостандағы төбәк космонавтика федерацияһы бүлеге етәксеһе Михаил Корниенко һүҙҙәренсә, балды махсус һауыттарға бүлеп әҙерләйәсәктәр, артабан йөк ташыусы йыһан ҡарабы ярҙамында Халыҡ-ара йыһан станцияһына алып барып еткереләсәк.
Башҡорт балы йыһангирҙарҙың туҡланыу рационында 20 йылдан ашыу ҡулланыла.