Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
23 Ғинуар , 16:40

Ғариза яҙып өлгөрөгөҙ

2024 йылдың 1 февраленә тиклем  Берҙәм  Дәүләт Имтиханын (БДИ) тапшырыуға ғариза бирергә мөмкин.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге иҫегеҙгә  төшөрә: БДИ  тапшырыуға ғариза биреү ваҡыты-2024 йылдың 1 февраленә тиклем.   Ғаризала БДИ тапшырырға ниәтләгән предметтарын һанап үтергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта теләгән һанда  уҡыу предметтарын күрһәтергә мөмкин. Ғаризалар Ялан  урамы, 29-сы йорттоң  218-се кабинетында, йәғни  мәғариф бүлегендә ҡабул ителә. Ҡабул итеү өсөн яуаплы  - Шершукова Р. Р. Быйыл мәктәп тамамлаусылар уҡыу урынында БДИ тапшырыуға ғариза бирә. Үткән йылдарҙа тамамлаусылар һәм колледж студенттары Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы билдәләгән имтихандарҙы тапшырыу өсөн теркәлеү урындарына ғариза бирергә тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: https://www.sterlitamakadm.ru/news/obrazovanie/do-1-fevralya-mozhno-podat-zayavlenie-na-sdachu-ege-2024/

 

Ғариза яҙып өлгөрөгөҙ
Ғариза яҙып өлгөрөгөҙ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: