Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәттәшебеҙгә – юғары награда

Баҫмабыҙҙың хәбәрсеһе, шағирә  Римма  Ғәлимова юғары наградаға лайыҡ булды. Ихлас ҡотлайбыҙ!

Башҡортостанда икенсе тапҡыр Китап байрамы үткәрелгән көндәрҙә  “Ашҡаҙар” гәзитенең   хәбәрсеһе,  БР һәм РФ Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, 4 шиғри китап авторы,  Хәким Ғиләжев премияһы лауреаты,  шағирә  Римма Ғәлимова юғары наградаға – “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт  хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды!

Римма Ғаяҙ ҡыҙы  Стәрлетамаҡ  дәүләт педагогия институтын тамамлағандан алып мәктәптә,  педколледжда уҡытыусы  булып эшләгән.  Ә  1995 йылдан алып  30 йылға яҡын  ҡалабыҙҙың төп милли баҫмаһы булған  “Ашҡаҙар” гәзитендә  журналист  йөгөн тарта, намыҫлы хеҙмәт итә.

Ошо йылдар эсендә ул үҙен ҡыйыу, тос фекерле, өлгөр, егәрле, ниндәй темаға тотонһа – шул ҡулынан килгән журналист итеп танытты. Коллегабыҙҙы маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади  уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Ҡәләмең һәр ваҡыт осло булһын, илһам ҡанаттарың талмаһын!

“Ашҡаҙар”ҙар.

Хеҙмәттәшебеҙгә – юғары награда
Хеҙмәттәшебеҙгә – юғары награда
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: