Мәскәүҙә «Ғаилә Һәм Рәсәйҙең киләсәге» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтте. Ул 2014 йылдан Андрей Первозванный фонды тарафынан үткәрелә. Быйыл ижади проектта Рәсәйҙең 76 төбәгенән 428 журналист ҡатнашты, 52 конкурсант танылыу алды. Иң күп эштәр «Баҫма киң мәғлүмәт саралары»номинацияһында тәҡдим ителә. "Стерлитамакский рабочий» гәзите журналисы Екатерина Яковлеваның текстары конкурс жюри рәйесенең махсус призына лайыҡ булды. Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!