Ҡойма ямғыр ваҡытында йылғаларҙа, бигерәк тә таулы йылғаларҙа һыу кимәле ҡырҡа күтәрелә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының төп һыу менән тәьмин итеү сығанағы булған - Берғамыт һыу алыу ҡоролмаһында һыу болғансыҡҡа әйләнә. Ләкин, шулай булыуға ҡарамаҫтан, әлеге ваҡытта «Стәрлетамаҡ һыу каналы» муниципаль унитар предприятиеһы магистраль селтәрҙәргә һәм насос станцияларына планлы капиталь ремонт үткәрә. Беҙ башта ҡалана ситтә булған 13,5 км оҙонлаҡтағы «Ергән» һыу үткәргесен модернизациялау, йәғни диаметры 630 мм булған торба аша Салауаттан ( Ергән һыу сығанағынан) һыу Стәрлетамаҡҡа килә. Төплө торба тимер юлы үткән ер аҫтына һалынған, һыу үткәргестең һуңғы участкаһын төҙөүҙе тамамларға ғына ҡалған. Был объект 1 сентябргә әҙер буласаҡ, тинеләр беҙгә. Артабан Ишембай районының Хажи тарлауығы аша Берғамытҡа таба юл алдыҡ. Был тәбиғи шишмәне тауҙарҙа ирегән ҡар һәм яуым-төшөм туҡландыра. Һыу таш-ҡаяларҙы йырып сыға тиергә лә булалыр. Йорттағы крандарҙан тәбиғи һыу эсеүебеҙ менән бәхетлебеҙ беҙ. Сөнки бынан килгән һыу бөтә нормативтарға ла тап килә. Был лаборатория тикшереүҙәре менән раҫлана. Ә әлеге күҙәтелгән болғансыҡлыҡ һыу сығанағын туҡландырыусы ясғырҙар ваҡытында ер аҫты тәбиғи һыуҙары хәрәкәте һәм ҡатнашлығы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, һарғылт төҫ ала. Аҙаҡ ҡайнатылғандан һуң, бер аҙ торғандандан һуң ултырмаға әйләнә һәм тоноҡлана. Уның сәләмәтлеккә зыяны юҡ, тип раҫлай белгестәр. Берғамыт ҡалабыҙҙы 80 процент һыу менән тәьмин итә, шуға күрә бер аҙ сабыр иткәндә, ямғыр яумағанда тағы ла крандарҙан тоноҡ һыу эсергә өмөт бар.
Римма ҒӘЛИМОВА.