Бүлексә начальнигы Анастасия Алексеевна Сенина һүҙҙәренә ҡарағанда, элеге ваҡытта ла, махсус хәрби операция барған ерҙәргә хаттар, посылкалар ебәреү – көнүҙәк булып ҡала. Әйткәндәй, почта бүлексәһендә ошо маҡсатҡа халыҡҡа көнкүреш әйберҙәре һатып алырға һәм һалдаттарыбыҙға ебәреү өсөн махсус посылка йәшниктәре лә бар. Был йәһәттән хат ташыусы Ольга Владиславовна Чувашова халыҡ менән уртаҡ тел таба белә, почта тауарҙарын һатыу буйынса уны өлгө итеп ҡуялар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул беҙ барған саҡта отпускыла ине.
- Был бүлексә ҡыҙыл линияла булғанғамылыр, бында йәштәр ҙә йыш йөрөй , - тип һөйләй бүлексә начальнигы урынбаҫары Юлия Николаевна Макарова. – Тик һуңғы ваҡытта пенсия йәшендәге өлкәндәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе банкта түләй башланылар, сөнки унда пенсионерҙан комиссия алмайҙар хәҙер.
Әйткәндәй, Анастасия ла, Юлия лә почталағы хеҙмәт юлдарын оператор булып башлағандар. Эштә лә, тормошта ла бер һуҡмаҡтан баралар тиергә була. Ғаиләләре менән аралашып йәшәйҙәр. Анастасияның ғаилә тормошоноң шишмә башы ғына булһа, Юлия уҡытыусы булып эшләгән ире менән өс малай үҫтерәләр. Әйткәндәй, был татыу һәм берҙәм коллективта профсоюз эше лә матур ойошторолған. Почта көнө, Яңы йыл, 8 Март байрамдары йыл һайын билдәләнә икән. Балаларын яңғыҙ үҫтереүсе әсәләргә йылына бер тапҡыр һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Был йәһәттән ҡалабыҙҙың элемтә бүлеге начальнигы Нил Наил улы Хәмитовтың ҡул аҫтында эшләүсе почта хеҙмәткәрҙәренә ҡарата хәстәрле мөнәсәбәтенең бер яҡты миҫалы булып тора әлеге матур тәжрибә.
Әлбиттә, ваҡыт бер урында ғына тормаған кеүек Рәсәй почтаһы, шул иҫәптән беҙҙең ҡалалағы бүлексәләр ҙә заман менән бергә атлай. Баҫмаларыбыҙҙың, йәғни гәзит-журналдарыбыҙҙың киләсәге лә почта хеҙмәткәрҙәренә бәйләнгән. Әйткәндәй, был почта бүлексәһендә башҡорт баҫмаларынан беҙҙең «Ашҡаҙар» гәзитен алдырыусылар – иң күбе. Артабан да Рәсәй почтаһы менән бер-беребеҙгә терәк булып йәшәргә яҙһын. Ике аралағы дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.