Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сауҙагәрлек һәләтен хуплап

Боронғо баҙар, сауҙагәрлек рухын сағылдырыусы ҙур байрам “Купец 2.0” күптәргә таныш. Ул быйыл да егерменсе быуатта иң ҙур сауҙагәрҙәр йәрминкәләре гөрләп торған урында 16-18 август көндәрендә буласаҡ.

Сарала ҡатнашыр өсөн ҡала һәм республика эшҡыуарҙары, ҡул оҫталары, кәсепселәр генә әҙерләнеп ятмай, Мәскәү, Санкт-Петербург, яҡын сит ил ҡунаҡтары ла үҙ тауарын сығарырға планлаштыра. Быйыл был фестиваль театрлаштырылған саралар, бейеүҙәр менән айырылып торасаҡ. Фестиваль ҡатнашыусылары костюмдар кейеп, күмәкләп ҡаланың тарихи биләмәһе буйлап үтергә лә теләй.
Был ҙур байрам һөнәрмәндәрҙең ҡул эштәре, тауарҙар, татлы ризыҡтарға бай буласаҡ. Иң мөһиме, боронғо сауҙагәрҙәр йәрминкәһенең тарихи реконструкцияһы ул сауҙагәрлеккә өйрәнеү, эшҡыуар булып үҙ эшеңде асыуға ла этәргес булып тора.
0+

Сауҙагәрлек һәләтен хуплап
Сауҙагәрлек һәләтен хуплап
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: