«Мобиль һайлаусы» сервисы Дәүләт хеҙмәттәре порталында урынлаштырылған. Дәүләт хеҙмәттәрендә ғаризаны тауыш биреү көнөнә тиклем 3 көндән дә һуңға ҡалмайынса, йәғни Мәскәү ваҡыты буйынса 2024 йылдың 2 сентябрендә 23:59 сәғәткә тиклем бирергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6,7,8 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау үтәсәк. Һеҙгә уңайлы һайлау участкаһын һайлау тураһында ғаризаны http://www.gosuslugi.ru/600411/1/form һылтанмаһы буйынса бирергә мөмкин.