Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
2 Июль 2025, 17:22

ХАҠТАР КӘМЕГӘН

Росстат отчеты буйынса, 9 ғинуарҙан 23 июнгә тиклем республикала тауыҡ йомортҡаһы 37,4 процентҡа арзанайған. Тиҫтәһе 62,69 һумға тиклем төшкән.

ХАҠТАР КӘМЕГӘН
ХАҠТАР КӘМЕГӘН

Шулай уҡ төбәктә ҡарабойҙай арзанайған – бер килограмы 13,7 процентҡа, 45,53 һумға тиклем төшкән. Өсөнсө баҫҡысты шымартылған дөгө биләй, ул йыл башынан алып 8,7 процентҡа төшкән, килограмы 100,98 һумға еткән. Шулай уҡ арзанайғандар исемлегендә тары ярмаһының килограмы өсөн уртаса хаҡ хәҙер 45,9 һум тәшкил итә, был ғинуарҙағыға ҡарағанда 5,7 процентҡа осһоҙораҡ. Шәкәр – 0,7 процентҡа, 65,51 һумға тиклем; көнбағыш майы – 0,6 процентҡа, 135,01 һумға; тоҙ – 0,4 процентҡа, 13,78 һумға тиклем кәмегән.

ХАҠТАР КӘМЕГӘН
ХАҠТАР КӘМЕГӘН
Автор: Римма Галимова
Читайте нас