Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
2 Сентябрь 2025, 10:10

ЛИМИТҺЫҘ ИНЕП БУЛА

Ҙур дүртәү (Билайн, МТС, Мегафон, T2) элемтә операторҙары абоненттарға MAX мессенджерына лимитһыҙ инеү мөмкинлеген бирә башланы, тип хәбәр итте Цифрҙар министрлығы.

ЛИМИТҺЫҘ ИНЕП БУЛА
ЛИМИТҺЫҘ ИНЕП БУЛА

« Хеҙмәт мессенджерҙарға лимитһыҙ трафик менән тарифтарға тоташтырылғандарға асыҡ", — тип һөйләнеләр ведомствола. Мәҫәлән, абоненттарға бушлай хәбәрҙәр алмашыу, шылтыратыуҙар яһау һәм ҡушымтаның башҡа функцияларын ҡулланыу мөмкинлеге бирелә.

MAX-тың Бета-версияһы 2025 йылдың мартында халыҡҡа тәҡдим ителә. 1 сентябрҙән MAX мессенджерын алдан ҡуйыу бөтә ҡоролмаларҙа ла мотлаҡ була. Мессенджерҙы рәсми рәүештә көҙгә ебәреү планлаштырыла. Проектты үҫтереү менән  Цифрҙар министрлығы ярҙамында VK компанияһы шөғөлләнә. Мессенджер хәбәрҙәр менән алмашыу платформаһы ғына түгел, ә дәүләт органдары менән онлайн-аралашыу майҙансығы ла булырға тейеш. Август аҙағында MAX мессенджерына  Дәүләт асҡысы (Госключ) мобиль электрон ҡултамға технологияһын интеграциялауҙары билдәле була.

Р.ҒӘЛИМОВА.

ЛИМИТҺЫҘ ИНЕП БУЛА
ЛИМИТҺЫҘ ИНЕП БУЛА
Автор: Римма Галимова
Читайте нас