Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
11 Сентябрь 2025, 17:35

ХАҠЛЫ ЯЛДАҒЫЛАР БАЙЫР УЛ…

Депутаттарҙың 70 йәштән алып пенсияларҙы күпмегә арттырырға тәҡдим итеүҙәре билдәле булды. Бөгөн Дәүләт думаһына закон проекты индерелә, уға ярашлы страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙәрҙе 70 йәштән тәғәйенләргә тәҡдим ителә, тип белдерҙе думаның хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты башлығы, инициатива авторҙарының береһе булған Ярослав Нилов.

ХАҠЛЫ ЯЛДАҒЫЛАР БАЙЫР УЛ…
ХАҠЛЫ ЯЛДАҒЫЛАР БАЙЫР УЛ…

Хәҙер Рәсәйҙә страховка пенсияһын 80 йәштән өлкәндәргә йәки беренсе төркөм инвалидтарына 100 процентҡа арттыралар. Закон проекты пенсияның билдәләнгән өлөшөн — 70 йәше тулғанда 100 процентҡа, 80 йәше тулғанда 200 процентҡа , 90 йәше тулғандарға 300 процентҡа арттырырға тәҡдим итә. Яңы башланғыс буйынса беренсе төркөм инвалидтарына инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына ла 200 процент күләмендә тиң өҫтәмә билдәләргә тәҡдим ителде. Әгәр закон проектын хуплаһалар, ул 2026 йылдың 1 ғинуарында көсөнә инәсәк тип күҙаллана.

Р.ҒАЯЗОВА

 

ХАҠЛЫ ЯЛДАҒЫЛАР БАЙЫР УЛ…
ХАҠЛЫ ЯЛДАҒЫЛАР БАЙЫР УЛ…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас