- 2026 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә күсемһеҙ милек менән дистанцион килешеүҙәр төҙөгәндә биометрик мәғлүмәттәрҙе файҙаланырға мөмкинлек биргән яңы хоҡуҡи норма эшләй башлаясаҡ, – тине ул. Был уның һүҙҙәрен килтерә РИА Новости. Шулай итеп, рәсәйҙәр үҙҙәренең шәхесен бармаҡ эҙҙәре, күҙҙең йәйғор ҡатламы һәм башҡа биометрик билдәләр аша һатып алыу-һатыу, ипотеканы рәсмиләштереү йәки ҡуртымға алыу буйынса килешеүҙә ҡатнашмайынса раҫлай ала. Бындай мөмкинлек көсәйтелгән квалификациялы электрон ҡултамға механизмына өҫтәмә буласаҡ, әммә бындай системаны индереү өсөн тейешле идентификация кәрәк буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙән алыҫ араға йөрөүсе поездар пассажирҙары билет һатып алыу һәм транспортҡа ултырыу өсөн биометрияны файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булды. Ябай халыҡ өсөн был сираттағы башватҡыс инде.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: интернет селтәренән алынды.