Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
10 Ноябрь 2025, 15:50

ҮҪМЕР САҒЫНАН УҠ ПОГОНЛЫ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҒАН

ҮҪМЕР САҒЫНАН УҠ ПОГОНЛЫ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҒАН Яҡташыбыҙ, майор Дмитрий Сергеевич МАКШАНЦЕВ – Стәрлетамаҡ районының Николаевка ауылында тыуып үҫкән. Армия хеҙмәтенән һуң йәш лейтенант ҡала Эске эштәр идаралығының балиғ булмағандар бүлегенә эшкә урынлаша һәм был вазифала 12 йыл эшләй.

ҮҪМЕР САҒЫНАН УҠ ПОГОНЛЫ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҒАН
ҮҪМЕР САҒЫНАН УҠ ПОГОНЛЫ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҒАН

Артабан 2018 йылда дежур бүлеккә күсә. 2021 йылдан бирле ул был бүлектә смена начальнигы йөгөн тарта. Полиция хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте еңел булмауын һәр кем белә. Шулайҙа, мин иң башта уның эш көнө нисек башланып китеүе менән ҡыҙыҡһындым. Уларҙың һәр иртәһе оперативканан башлана. Унда тәүлек әйләнәһенә булған хәл-ваҡиғаларҙың ҡыҙыу эҙе буйлап енәйәт асыҡлана йәки асыла. Енәйәтсе билдәле булһа – төп көс уны тотоуға йүнәлтелә. Ә инде ҡасып өлгөрһә, был әҙәмде ҡыҙыу эҙҙәре буйлап, тапҡанға тиклем ориентировка буйынса эҙләү дауам итә.

Байтаҡ ғүмерен беҙҙең именлекте һаҡлауға бағышлаған кешенең хәтеренә уйылып ҡалған енәйәттәр ҙә етерлек, әлбиттә.

– Йыш ҡына “Мәктәпкә шартлатҡыс һалынған” тигән аноним шылтыратыуҙар була. Быны ҡайһы берәүҙәр “шаярттым” тип ҡотолмаҡсы. Ә бына законда иһә был шаяртыу айырыуса ҡиммәткә төшә. Сөнки терроризм – ауыр статьяға тарта, – ти әңгәмәсем. Уйламай “шаяртҡандар”ға шаярыу һөҙөмтәһен уйларға урын бар.

Һуңғы ваҡытта өлкән йәштәгеләрҙе алдау һәм мутлыҡ юлы менән аҡсаһын урлау осраҡтары йышайҙы. Күптән түгел ҡыҙыу эҙ буйлап, видеокамералар ярҙамы менән курьерҙы ҡулға алғандар. Енәйәттәр араһында бик ауырҙары ла булып тора. Яңыраҡ бер төркөм байрам иткәндә бәхәс сығып, бер ҡатын осраҡлы кеше ҡулынан һәләк була. Енәйәтсе ҡулға алынған.

Бер һүҙ менән әйткәндә, дежур бүлеккә килгән һәр шылтыратыуҙы Дмитрий Сергеевич контролдә тота. Яуаплылыҡ ҡына түгел, тәүлек әйләнәһенә шылтыратыусыларҙың да ғүмерҙәре лә полиция хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйле. “Эшегеҙҙә ниндәй ауырлыҡтар бар?” тигән һорауыма: “Граждандарҙың аңламауы” тине тәжрибәле, 20 йылға яҡын ғүмерен беҙҙең именлегебеҙ һағына арнаған полиция хеҙмәткәре. Уларҙың һөнәри байрамдары алдынан беҙ Дмитрий Сергеевич йөҙөндә Рәсәй Эске эштәр идаралығының Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләүсе бәтә полиция хеҙмәткәрҙәрен дә ҡотлайбыҙ һәм тыныслығыбыҙ һағында тороусыларға сәләмәтлек, ғаилә именлеге һәм “аңлаған граждандар”ҙың күберәк булыуын һәм теләктәшлек белдереүҙәрен теләйбеҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Әлфиә МАНСУРОВА фотоһы.

ҮҪМЕР САҒЫНАН УҠ ПОГОНЛЫ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҒАН
ҮҪМЕР САҒЫНАН УҠ ПОГОНЛЫ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҒАН
ҮҪМЕР САҒЫНАН УҠ ПОГОНЛЫ БУЛЫРҒА ХЫЯЛЛАНҒАН
Автор: Римма Галимова
Читайте нас