Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Белмәй ҡалмағыҙ
27 Ғинуар , 13:10

"КИЛӘСӘКТӘ ЮҒАРЫ КЛАСЛЫ БЕЛГЕСТӘР БУЛЫҒЫҘ!"

Стәрлетамаҡ районында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская булды.

"КИЛӘСӘКТӘ ЮҒАРЫ КЛАСЛЫ БЕЛГЕСТӘР БУЛЫҒЫҘ!"
"КИЛӘСӘКТӘ ЮҒАРЫ КЛАСЛЫ БЕЛГЕСТӘР БУЛЫҒЫҘ!"

Бай эстәлекле программаға халыҡ менән аралашыу, шулай уҡ район үҫешенең стратегик мәсьәләләрен тикшереү, үҫеп килеүсе быуын менән осрашыу инде.
Светлана Ивановна халыҡты борсоған мәсьәләләргә айырыуса иғтибар бүлде. Сарала ҡатнашыусылар бихисап һорауҙар буйынса яуаптар һәм аныҡ тәҡдимдәр алды.
Бюджет базаһын нығытыу, инфраструктураны үҫтереү һәм халыҡ өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды. Муниципалитетта йәшәү сифатын яҡшыртырға тейешле яңы башланғыстар тәҡдим ителде һәм ҡаралды.
Рәсми өлөш тамамланғандан һуң, район хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина һәм Светлана Малинская Оло Ҡуғанаҡ ауылы урта мәктәбе уҡыусылары менән осрашты. Был осрашыу власть вәкилдәре менән йәштәр араһында асыҡ диалогтың сағыу өлгөһөнә әйләнде. Егеттәр финансист һөнәренең абруйы, бюджеттың нимә икәнлеге һәм уның нисек формалашыуы тураһында әүҙем һорауҙар бирҙе.
Светлана Ивановна үҙенең һөнәри тәжрибәһе менән генә уртаҡлашманы, үҙенең тормош юлы, буш ваҡытын нисек уҙғарыуы тураһында ла һөйләне. Был аралашыуҙы тағы ла йәнлерәк һәм ябайыраҡ итте.
-Киләсәктә һайлаған һөнәрҙәрегеҙҙә юғары класлы белгестәр булып китеүегеҙҙе теләйем!- тип тамамланы министр уҡыусылар менән әңгәмәне.

Фото Стәрлетамаҡ районы хакимиәте сайтынан алынды.

Автор: Гулькей Куватова
Читайте нас