3 февралдә Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр белгестәре граждандар һәм бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн консультациялар үткәрә. Сайтҡа инеүселәр күсемһеҙ милекте иҫәпкә алыу һәм теркәү менән бәйле аңлатмалар ала аласаҡ. Росреестр хеҙмәттәре «Минең документтарым» офистары иҫәбенә инә. Йыш ҡына күп функциялы үҙәккә килгән граждандарға кәрәкле документтар пакеты тураһында мәғлүмәттән тыш, ҡатмарлы, ғәҙәти булмаған мәсьәләләр буйынса аңлатмалар ҙа алырға кәрәк. - Күсемһеҙ милек объекттарын дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләләре буйынса махсус белемгә эйә булған Росреестр белгестәре генә күрһәтә ала, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.
Росреестр белгестәренән консультацияны көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-ға тиклем Хоҙайбирҙин урамы, 83 адресы буйынса Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге офисында алырға мөмкин. Консультациялар бушлай. Мәсьәләне бөтә яҡлап ҡарау өсөн күсемһеҙ милек объекты буйынса бөтә документтарҙы алырға кәрәк. Консультациялар сират тәртибендә үткәреләсәк.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр һәм Башҡортостандың күп функциялы үҙәге араһындағы бындай бәйләнеш граждандарҙың һәм эшҡыуарҙарҙың ышаныслы, һәр кем файҙалана алырлыҡ мәғлүмәт алыуына булышлыҡ итә. Алдан яҙылмайынса мөрәжәғәт итергә була, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр мәғлүмәте буйынса