Енәйәтселәр, энергия менән тәьмин итеү компаниялары йәки ошо селтәр ойошмалары хеҙмәткәрҙәре булып танытып, граждандарҙан үҙҙәренең шәхси мәғлүмәттәрен хәбәр итеүҙәрен һорай. Башҡортостан халҡы өсөн комментарийҙы «Башэлектросбыт»компанияһы урынлаштырҙы. Электр энергияһын сикләү тураһында белдереүҙәр тәртибе ғәмәлдәге ҡануниәт менән регламентланған. Компания хеҙмәткәрҙәре телефон аша шәхси мәғлүмәттәрҙе бөтөнләй тикшермәй һәм ниндәй ҙә булһа кодтарҙы һәм паролдәрҙе атауҙы һорамай. Мутлашыусыларҙың төп маҡсаты — СМС-хәбәрҙәрҙән раҫлау кодтарын алыу. Улар ярҙамында мутлашыусылар «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы аккаунттарҙы, банк онлайн-сервистарын вата, мәғлүмәттәрҙе урлай һәм уларҙы енәйәт маҡсатында ҡуллана ала. . Әгәр һеҙгә энергия менән тәьмин итеү компанияһы хеҙмәткәре шылтыратып, шәхси мәғлүмәттәрҙе йәки СМС-хәбәр кодын һораһа, шунда уҡ трубканы ҡуйығыҙ! Һөйләшмәгеҙ! Шылтыратмағыҙ! Шуны иҫтә тотоу мөһим: энергия менән тәьмин итеү компанияһы хеҙмәткәрҙәре ҡулланыусыларҙан бер ҡасан да конфиденциаль мәғлүмәт, шәхси мәғлүмәттәр, паролдәр йәки кодтар һорамай. СМС-кодты атауҙың һәр үтенесе - мутлашыу билдәһе. Иғтибарлы булығыҙ һәм шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Р.ҒӘЛИМОВА.