Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно

ИСЛАМ МӘҘӘНИӘТЕ – САҒЫУ ВАҠИҒА

19 һәм 20 июндә Стәрлетамаҡта «Хәләл-Фест» ислам мәҙәниәте фестивале үтәсәк.

ИСЛАМ МӘҘӘНИӘТЕ – САҒЫУ ВАҠИҒАИСЛАМ МӘҘӘНИӘТЕ – САҒЫУ ВАҠИҒА
ИСЛАМ МӘҘӘНИӘТЕ – САҒЫУ ВАҠИҒА

Быйыл сара ҡалала икенсе тапҡыр уҙғарыла. Төп майҙансыҡ булып ҡала мәҙәниәт һарайы тирәһендәге биләмә торасаҡ (Октябрь проспекты, 35). Фестиваль зоналары бина эсендә лә, эргә-тирәләге биләмәлә лә урынлашасаҡ. Ойоштороусылар һәр йүнәлеште — гастрономияны, һөнәрселекте, ҡатын-ҡыҙҙар, эшлекле, балалар һәм спорт программаларын көсәйтергә һәм ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырырлыҡ үҙенсәлекле тәҡдимдәр әҙерләргә вәғәҙәләй. 19 июндә көндөң икенсе яртыһынан гастрономия майҙансығы эшләйәсәк. 20 июндә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн Ғаилә уйындары үтәсәк. «Хәләл-Фест» фестивале йолаларҙы, мәҙәниәтте һәм заманса ғаилә ялын берләштергән сағыу ваҡиға булырға вәғәҙәләй.

Анастасия Ададурова фотолары.

ИСЛАМ МӘҘӘНИӘТЕ – САҒЫУ ВАҠИҒА
ИСЛАМ МӘҘӘНИӘТЕ – САҒЫУ ВАҠИҒА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас