

Мутлашыусылар бланкты тултырыуҙы һорай, унда һеҙ үҙегеҙҙең исемегеҙҙе, документтарығыҙҙы, эш урынығыҙҙы һәм телефонығыҙҙы күрһәтергә тейешһегеҙ. Шулай уҡ һеҙҙең фотоларығыҙҙы төшөрөргә һәм биометрик мәғлүмәттәр алырға тырышалар Былар барыһы ла «ысын шәхес танытмаларының булыуын тикшереү» һәм «халыҡ иҫәбен алыу алдынан биометрияны бөтөрөү»өсөн кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хоҡуҡ һаҡлаусылар һеҙҙең мәғлүмәттәрҙе йыймай. Сит кешеләрҙе өйгә индермәгеҙ һәм үҙегеҙ тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт ҡалдырмағыҙ. Туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы мәғлүмәте.