Ашҡаҙар
+27 °С
Болотло

Яугирҙар тыныс тормошҡа нисек яраҡлаша?

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды бөтә йүнәлештәр буйынса ла МХО ветерандарына ярҙам итә. Тыныс тормошҡа яраҡлашыу тиҙ һәм һөҙөмтәлерәк үтһен өсөн геройҙарға һәм уларҙың яҡындарына психологик ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә.

Яугирҙар тыныс тормошҡа нисек яраҡлаша?Яугирҙар тыныс тормошҡа нисек яраҡлаша?
Яугирҙар тыныс тормошҡа нисек яраҡлаша?

Һүҙ ярҙам алыуға булышлыҡ итәсәк төп ресурстар тураһында бара. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының психологик ярҙам линияһы операторҙары тәүлек әйләнәһенә һәм түләүһеҙ нигеҙҙә мөрәжәғәт иткән бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итә. Ҡыҙыу линия һандары – 8 800 550-67-98 буйынса шылтыратырға мөмкин.

Шулай уҡ, махсус хәрби операция ветерандарына психологик һәм социаль ярҙам СВОИРОДНЫЕ.РФ проекты сиктәрендә күрһәтелә. Платформаның иң мөһим блоктарының береһе булып, аңлайышлы һәм универсаль сценарийҙар һәм телмәр модулдәре тора. Яугирҙың туғандары уларҙы МХО геройҙары менән аралашыу өсөн, шул иҫәптән кризис хәл-шарттарҙа ла ҡуллана ала.

Әйткәндәй, “СИКҺЕҘ” (“БЕЗ ГРАНИЦ”) – ул махсус хәрби операция ветерандарын уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу буйынса төбәк проекты. Проект тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙа ярҙамға мохтаж булған яугирҙар өсөн булдырылған. Бәлки, кемдер йәрәхәтләнеү йәки яңы инаныуҙарға бәйле, башҡа һөнәрҙе үҙләштерергә теләйҙер – бында уларға “СИКҺЕҘ” социаль проекты ярҙам итәсәк.

Проектта ҡатнашырға теләүселәргә ғаризаны Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең Интерактив порталында ҡалдырырға кәрәк, сөнки һәр этапта егеттәрҙе республиканың кадрҙар үҙәктәренең карьера консультанттары оҙатып барасаҡ.

Белгестәр ғариза тултырғандан һуң ветеран менән бәйләнешкә инә һәм артабанғы бөтә аҙымдар ҙа бергәләп башҡарыласаҡ. Унда дистанцион эш өсөн һорау менән файҙаланған эштәр бихисап.

Р.ҒӘЛИМОВА.

 

Яугирҙар тыныс тормошҡа нисек яраҡлаша?
Яугирҙар тыныс тормошҡа нисек яраҡлаша?
Автор:Римма Галимова
Читайте нас