

- Һеҙҙең балаларығыҙ, ирҙәрегеҙ – илебеҙҙе яҡлап үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән ысын геройҙар. Уларҙың батырлыҡтары хаҡында һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. - Хәҙер һеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу мөһим. Ваҡыт етер, махсус хәрби операция беҙҙең еңеү менән тамамланыр, Һәм беҙ мотлаҡ Өфөлә хәтер мемориалы төҙөйәсәкбеҙ. Ул Башҡортостандың ысын улдарының намыҫы һәм абруйы менән улар алдына ҡуйылған хәрби бурыстарҙы үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығына бағышланасаҡ. Башҡортостан башлығы төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын, ә район хакимиәтендә яугирҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә иң мөһиме – йылы һүҙ әйтергә кәрәк. Яҡшы, йылы һүҙ. Бына был ҡайһы берҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Һәләк булған геройҙарыбыҙҙың балаларын бөтә донъя, бөтә республикабыҙ күтәрәсәк, тип юҡҡа ғына әйтмәнем бит. Был мөһим", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Олег Яровиков фотоһы.