

«Һуғыш беҙҙең өйгә килмәһен өсөн», «Өс аҙна батырлыҡ», «Алла тарафынан үбелгән», «Унда Рәсәй яҙмышы хәл ителә» һәм башҡалар…Һәр баҫылған яҙмала – һуғыш ысынбарлығы.
– Был китапта беҙҙең балалар тураһында һәр һүҙ-хәҡиҡәт. Был китапты һәр кем күрергә тейеш: ул – бөгөнгө ысынбарлыҡ. Бындай китаптар өлгөһөндә балаларыбыҙҙы тәрбиәләргә кәрәк, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты тәүге уҡыусылар - был китаптың геройҙары. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәгендә китаптың исем туйы үткәйне. Автор Үҙәк етәксеһе Евгений Долгихҡа һәм китапты сығарырға ярҙам иткән меценаттарға рәхмәт белдерҙе. Уларға, шулай уҡ китап геройҙарына һәм яугирҙарҙың туғандарына йыйынтыҡтар тапшырылды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын, илебеҙ берҙәмлеген, шул уҡ ваҡытта өмөт, һағыныу хистәрен тәрән сағылдырған был китап үҙе бер тарихи яҙма, ысынбарлыҡ көҙгөһө булып тора. Шуныһын да билдәләү мөһим: Фаяз Фуат улы махсус хәрби операция башланғандан алып “Стерлитамакский рабочий” һәм “Ашҡаҙар” гәзиттәре биттәрендә геройҙарыбыҙ тураһында бихисап мәҡәләләр баҫтырҙы. Ике баҫма журналистары яҙмаларынан торған һәм яҡташ яугирҙар, гуманитар конвой йыйыу, халыҡ ярҙамы тураһындағы “Ватан саҡырыуы” буйынса китабын эшләне. Уның яҙмалары бер китаплыҡ ҡына түгел һәм авторҙың хеҙмәте һис шикһеҙ юғары баһаға лайыҡ.
Фаяз Йомағужинға ошондай хеҙмәте өсөн яугирҙар, халыҡ исеменән рәхмәттәр әйтеп, китаптар кәштәһе тағы тулыланһын тип өҫтәргә генә ҡала!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.