Ашҡаҙар
+27 °С
Болотло

ЛЕГЕНДАР ТАНКИСҠА – ЙӨҘ ЙӘШ!

Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны Ғәбдрәүеф ГӘРӘЕВ 1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына.

ЛЕГЕНДАР ТАНКИСҠА – ЙӨҘ ЙӘШ!ЛЕГЕНДАР ТАНКИСҠА – ЙӨҘ ЙӘШ!
ЛЕГЕНДАР ТАНКИСҠА – ЙӨҘ ЙӘШ!

17 йәшлек үҫмер хәрби хеҙмәтен прожекторсы булып башлай, төнгө һауала фашист самолеттарын яҡтыртып, зенитсыларға ярҙам итә. Ярты йылдан Т-34 танкында водитель-механик була. 1945 йылда Варшаваны азат иткәндә һуғыштарҙа ҡаты яралана һәм контузия ала. Һуғыштан һуң ул Беларустә хеҙмәт итә һәм 1951 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн II дәрәжә  Ватан һуғышы ордены һәм  миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ғәбрәүеф Сәләх улы Октябрьский ҡалаһында  ауыр йөк машиналары водителе булып эшләй, 1960 йылда тыуған яғына Бәләбәйгә әйләнеп ҡайта. Әлеге ваҡытта Бәләбәй районында йәшәй.

Хөрмәтле ветеранды бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Илебеҙ именлегендә, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын Ил ағаһына!

Р.САФИНА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас