

«Абдулла» позывнойлы яугир- Айҙар Абдулатипов хәрби хәрәкәттәр шарттарында танкҡа ҡаршы идара итеүсе аппараттар батареяһында иң яуаплы һөнәрҙәрҙең береһен башҡара.Пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булараҡ, күкте тәүлек әйләнәһенә күҙәтеп, алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә ышаныслы терәк булып хеҙмәт итә.
Айҙар Стәрлеиамаҡта тыуып үҫкән. Мәктәпте иамамлағас, университетта уҡый, программист һөнәрен үҙләштерә, бик грамоталы программист – IT белгесе ул. Өйләнә, бер балаға атай була. 2026 йылдың 27 мартында РФ Оборона министрлығы менән пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хнһиәт итеү өсөн контракт төҙөшә. Силәбе өлкәһенең Сибәркүл полигонында өс ай уҡып, махсус әҙерлек үтә. Артабаг Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге фронтҡа ебәрелә.
БПЛА операторҙары билдәләүенсә, хәрби тәжрибәһе булыу- булмауға ҡарамай, һәр кем дрон менән идара итеүгә өйрәнә ала. Тероияны ятлар өсөн яҡшы хәтер, шулай уҡ техниканы, типографияны яҡшы белергә, иғтибарлы булырға кәрәк. Хаталанырға ярамай, яуҙағыларҙың именлеге, разведка мәғлүмәттәре өсөн яуаплылыҡ – оператор иңендә. Разведка ролен үтәгән дрон операторҙарын сеайперҙар менән дә сағыштыралар.
Яңғыҙҡайындан МХО-ға юооанған яугир күптән түгел гуманитар ярҙам алған. Ғафури районының М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы, «Ышаныслы тыл» хәрәкәте, «Еңеү өсөн!» ирекмәндәре , Яңғыҙҡайын ауылы һәм район кешеләре менән берлектә әҙерләнгән һәм әсәһе әҙерләп ебәргән ярҙам өсөн рәхмәтле булған ул.
Индира ИШКИНА.
Мәҡәлә һәм фото «Табын» гәзитенән алынды.