Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Август 2018, 13:43

Үҫкәс, үҙем дауалармын!

Һөнәр һайлауға орлоҡ күп осраҡта бала саҡта һалына, тиҙәр. Кемдер яҡындарының эшен күҙәткәндә киләсәген хыялда тыуҙыра, кемдер үҙе менән булған ваҡиғалар нигеҙендә ниндәйҙер һөнәр һайлай. Танышым Гөлнур Шәкирйән ҡыҙы ЗӘЙНЕТДИНОВА ла бала сағында табип булырға хыяллана һәм ул инде өс тиҫтәгә яҡын йыл ҡаланың 2-се дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.

Гөлнурҙы, ҡыҙ бала булараҡ, әсәһе Асия апайҙың ҡан баҫымы күтәрелгәндә, атаһы Шәкирйән ағайҙың аяҡтары һыҙлағанда йәлләү тойғоһо биләй. Ни ҡылаһың, ауыр колхоз эше, алты баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк... Ата-әсәһенең ауырыған саҡтарында бәләкәй Гөлнур киләсәктә табип булырға хәл итә лә инде. Уларҙы уйынлы-ысынлы “Үҫкәс һеҙҙе үҙем дауалармын”, – тип йыуата һәм медицина өлкәһенә барыр өсөн тырышып уҡый.
Ауырғазы районының Төрөмбәт урта мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, ул Өфөләге медицина училищеһына бара. Хеҙмәт юлын Ғафури районында юлланма буйынса башлай. Әйткәндәй, үҙенең тормош иптәшен дә ул ошо ерҙә осрата: Үтәк ауылы егете Илгиз менән, ата-әсәләрен ҡыуандырып, бына тигән ғаилә ҡора, мөхәббәт емештәре улдары Илнур тыуа, шунан инде йәш ғаилә Стәрлетамаҡта төпләнә. Әммә ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, ата-әсәһенә һәм барса туғандарына бик иғтибарлы һәм ярҙамсыл булып ҡалалар, ҡайтып торалар. Бала саҡта әйткәненсә, Гөлнур яҡындарына төрлө дауа күрһәтеп, ата-әсәһе 65 йыллыҡ туйҙарын күреү бәхетенә иреште, ҡәйнәһенә лә тейешле тәрбиә күрһәтә алды шәфҡәт туташы.
...Бала саҡта тап ошо һөнәр хаҡында хыялланып, танышым дөрөҫ юл һайлаған. Үҙенең тырышлығы, эшһөйәрлеге, кешелеклеге һәм кеселеклеге менән Гөлнур Шәкирйән ҡыҙы үҙенең коллективында абруйлы хеҙмәткәр, ҙур тәжрибәһе менән һәр саҡ уртаҡлаша, етәкселәре уға ҙур ышаныс менән ҡарай. Ә иң мөһиме: ул медицина ярҙамы күрһәткән пациенттар уның эшенән дә, йылы мөнәсәбәтенән дә бик ҡәнәғәт.
Һүҙ аҙағында уның булмышына ҡағылышлы тағы бер яғын билдәләп үтке килә. Уның күңеле лә, тәжрибәһе лә һәм рухы ла бай! “Ашҡаҙар” гәзитенең яңы һанын йортонда иң беренсе булып тиҙ генә уҡып сыға һала, шылтыратып, фекерҙәре менән бүлешергә лә онотмай. Бына шундай шәп кешеләр бар арабыҙҙа!
Читайте нас: