Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Август 2018, 13:28

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»

31 авгусҡа тиклем республикала ошондай исем аҫтында хәйриә акцияһы уҙғарыла.

Сара ауыр тормош шарт-тарында ҡалған балаларға һәм ғаиләләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала, шул иҫәптән юридик, физик шәхестәр һәм хәйриә ойошмалары. Акцияла ҡатнашыу өсөн мәктәп өсөн кәрәк-яраҡтар алып килергә кәрәк: кәнсәләр тауарҙары, мәктәп формалары, рюкзактар һ.б.
Мәктәпкә барыу өсөн кәрәк-яраҡтарҙы йыйыу «Ғаилә» район-ара үҙәге базаһында (Артём урамы, 71), шулай уҡ республиканың район-ҡалалағы бүлектәрендә ойошторола.
31 авгусҡа тиклем ҡайһы бер ма-газиндарҙа акция исеме һәм БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығы логотибы атамаһы менән үтә күренмәле ҡаптар (ҡумталар) урынлаштырыласаҡ. Ай аҙағында балаларға акция барышында йыйылған мәктәп өсөн кәрәк-яраҡ әйберҙәр тапшырыласаҡ.
Читайте нас: