Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Август 2018, 13:13

Бер ай эсендә өс ҡайғылы хәбәр...

«Башҡорт содаһы компанияһы» предприятиеһында бер аҙна эсендә ике бәхетһеҙ хәл теркәлде.

«Башҡорт содаһы компанияһы» предприятиеһында бер аҙна эсендә ике бәхетһеҙ хәл теркәлде.
17 августа аппаратсы 6 метр бейеклектән асыҡ уйымға йығылып төшкән. Һөҙөмтәлә ул, муйын умыртҡаһы һөйәге имгәнеп, ауыр йәрәхәттәр алған. Биш көн үтеүгә торба һалыу эштәре барғанда 49 йәшлек электр-иретеп йәбештереүсе шулай уҡ 5 метр бейеклектән ҡолап төшөп һәләк булған. Ә июль аҙағында ошо уҡ предприятиелағы цехтарҙың береһендә бетон плита ишелеп төшөп, подрядсы ойошмаларҙың ике эшсеһе зыян күргәйне. Улар плита аша сығып барған саҡта таяуҙар ишелеп төшкән. 54 йәшлек эшсе һәләк булған, икенсеһен ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға һалғандар.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы бәхетһеҙ хәлдәр буйынса тик-шереү эштәре уҙғара, шулай уҡ предприятиела хеҙмәтте яҡлауҙа норматив талаптарҙы үтәү буйынса пландан тыш тикшереүҙәр бара. Был ваҡиғалар компания вәкилдәрен генә түгел, бөтә Стәрлетамаҡты уйға һалды. Ҡала хакимиәтендә хеҙмәтте яҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса координацион советтың сираттағы ултырышында ла һүҙ башлыса ошо ваҡиғалар тирәһендә ҡайнаны. Ултырышты хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Тротт алып барҙы.
– Бәхетһеҙ осраҡтар күпселектә эшселәр араһында хеҙмәт дисцип-линаһы булмағанлыҡ арҡаһында килеп сыға, – тип билдәләне ул.
«Башҡорт сода компанияһы» вә-килдәре артабан бындай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн ниндәй саралар күрелеүе тураһында һөйләне.
Ултырыш аҙағында Юрий Вол-демарович етәкселәргә производ-ствола йәрәхәтләнеүҙе кәметеү буйынса эште яҡшыртырға, даими рәүештә медицина тикшереүҙәре уҙғарырға кәңәш итте.
Читайте нас: