Ашҡаҙар
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Сентябрь 2018, 13:21

Йәштәрҙе бөтә нәмә ҡыҙыҡһындыра

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары менән осрашты. Һорауҙар йәшлек, эш урындары, белем биреүгә генә ҡайтып ҡалманы, ә ҡала тормошо, республика кимәлендәге мәсьәләләргә лә ҡағылды. Туҡталыштарҙың хәле, Ағиҙел күперендә ремонт һәм Торатау яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды йәштәр.

– Беҙгә хәҙер Санкт-Петербург, Мәскәү, Өфө ҡалаларындағы һымаҡ заманса туҡталыштар ҡуйырға кәрәк. Күпергә килгәндә, уны 15 сентябргә тиклем ремонтлап бөтөргә уйлайбыҙ, төҙөүселәребеҙ ныҡлы тырышҡанда, күперҙең бер яғы йәкшәмбегә тиклем асыласаҡ, – тип һөйләп китте Владимир Иванович ҡала инфраструктураһындағы үҙгәрештәр тураһында.
Торатауға бәйле һорауға ҡала етәк-сеһе былай тип яуап бирҙе:
– Статусты алыу-алмау мәсьәләһе республика кимәлендә хәл ителә. Бындай ҡарарҙарға муниципалитет йоғонто яһай алмай.
Ул студенттарҙың әүҙемлегенә һоҡ-ланыуын белдерҙе һәм уларҙы алда көткән һайлауҙарҙа ла әүҙем булырға саҡырҙы.
Читайте нас: