«Ҡала мөхите» буйынса уҙғарылған сираттағы ултырышта һүҙ тап ошо хаҡта барҙы. Ултырышты ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев алып барҙы. Был тәңгәлдә ниндәй эштәр башҡарыла һәм ниндәй ҡаршылыҡтар бар – барлыҡ мәсьәләләр ҙә был эштәрҙе үҙ иңенә алған подрядсы ойошмалар менән бергәләп уртаға һалып һөйләшелде.
Билдәле булыуынса, «Башҡорт ихатаһы» проекты сиктәрендә быйыл 27 күп ҡатлы йорт ихатаһы төҙөкләндерелә. Юлдар киңәйтелә, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыла, йәйәү йөрөй торған зонала асфальт түшәлә, бордюрҙар яңыртыла, яҡтыртҡыс бағаналар алмаштырыла, йәш ағас үҫентеләре ултыртыла, яңы сәскә түтәлдәре бул-дырыла. Йорт ихаталарында балалар ҡаласыҡтары урынлаштырыла. Ғөмүмән, был юҫыҡта ҙур эштәр алып барыла.