Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Сентябрь 2018, 13:19

Көл дә көл

“Көлөү – ҡояшҡа тиң”, – тигән Виктор Гюго. Көлөү-шаярыуҙың файҙаһы тормошобоҙҙо ни тиклем биҙәүе хаҡында уйланмайбыҙ ҙа шикелле. Ә бит ҡыуана белеүҙең ғүмер оҙонлоғона туранан-тура тәьҫире бар. Борон замандарҙа уҡ табиптар донъяға йылмайып баҡҡандарҙың тәнендәге яралар тиҙерәк төҙәлгәненә иғтибар иткән. Бөгөнгө дауалаусылар ҙа бының менән килешә.

Беҙ донъябыҙҙы онотоп шарҡылдаған ваҡытта вирустарҙы һәм башҡа ауырыу тыуҙырыусыларҙы үлтереүсе күҙәнәктәр барлыҡҡа килә икән. Шуға ла тормошҡа еңелерәк ҡараған оптимистарҙың йоғошло ауырыуҙарға бирешеп бармауы билдәле. Көлә белгән кеше тормош мәсьәләләрен дә еңелерәк хәл итә, йомартыраҡ та була, ярҙамсыллығы менән дә айырылып тора.
Кеткелдәп көлөү эске ағзаларға, шул иҫәптән, эсәктәргә лә яҡшы тәьҫир итә. Көлгән мәлдә мейегә эндорфиндар – “бәхет гормондары” ағыла. Шатланыу ҡан тамырҙарына ла ыңғай тәьҫир итә. Быларҙың барыһын өйрәнеп, көлдөрөп дауалау тигән йүнәлеш барлыҡҡа килгән. Малайзияла, мәҫәлән, студенттарға көлөүҙе хәтерләткән тын алыу күнекмәләре өйрәтәләр. Был курсты үткәндәр башҡаларына ҡарағанда имтихандарын яҡшыраҡ тапшыра, юҡҡа-барға борсолоуҙан туҡтай, ашау, йоҡолары ла яҡшыра төшә икән.
Һәр уй, ғәмәлдең беҙҙең халәтебеҙгә тәьҫир итеүен ата-бабаларыбыҙ ҙа яҡшы белгән һәм күңел төшөнкөлөгөнән һаҡланырға ҡушҡан. Көлкөлө-кинәйәле әкиәт-тәр, көләмәстәр, шаян йыр һәм таҡмаҡтар ижад иткән. Күңелдә йыйылған ярһыуҙы иһә бәйгеләрҙә көрәшеп, таҫыллыҡҡа көс һынашып сығарғандар. Шуға һүҙемде бер мәл троллейбуста үҙем күргән ҡыҙыҡлы хәл менән тамамлағым килә. Бер йылмайып алығыҙ әле.
– Билетеғыҙ бармы?– тип мөрәжәғәт итте контролер салонға килеп ингәс бер иргә. Теге ир аптырап торманы:
– Һеҙҙеке бармы һуң? – тигән яуап ҡайтарҙы.
– Мин бит контролер!
– Мин бына электр монтеры булып эшләйем дә ул, ә утҡа барыбер түләргә тура килә…
Читайте нас: