Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Сентябрь 2018, 13:21

Тәжрибә – заманса шарттарҙа

БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиа-лында яңы тикшереү биолаборатори-яһы асылды. Бында микробиология, биотехнология, биохимия өлкәһендә киң тикшереү алып барырға мөмкин. Лаборатория өс айҙа барлыҡҡа килгән. Бинаға заманса ремонт эш-ләнгән. 1 миллиондан ашыу аҡсаға яңы ҡорамалдар һатып алынған.

– Беренсенән, беҙ заманса алымдар ҡуллана белгән белгестәр әҙерләйәсәк-беҙ, – тип һөйләй биология кафедраһы мөдире Зилә Ҡурамшина. – Фән үҫешә, тимәк, фән менән шөғөлләнеү, тәжрибәләр үткәреү өсөн шарттар ҙа заманса булырға тейеш. Лабораторияла фундаменталь һәм ғәмәли-фәнни эштәр үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды.
Әлбиттә, шарттар тыуҙырыу бер, ә бына уларҙы дөрөҫ ҡуллана ла белергә кәрәк бит әле һәм “Шунда тәжрибә үткәргән студенттар киләсәктә был белемен маҡсатлы итеп файҙалана аламы?” тигән һорау ҙа барлыҡҡа килә. Был йәһәттән факультетты тамамлағандар тар белгес булып эшкә урынлашып китеүҙәре күпте һөйләйҙер.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: бында студенттар ғына түгел, “Йәш биолог” курсы сиктәрендә мәктәп уҡыусылары ла кинәнеп тәжрибә үткәрәсәк.
Читайте нас: